Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Октябрь 2022, 08:50

Хөрмәтле өлкән быуын вәкилдәре!

Һеҙҙе Халыҡ-ара Ололар көнө менән ихлас ҡотлайым!

Хөрмәтле  өлкән быуын вәкилдәре!
Хөрмәтле өлкән быуын вәкилдәре!

Һеҙҙе Халыҡ-ара Ололар көнө менән ихлас ҡотлайым!


Октябрь айының тәүге көнөндә билдәләнгән был байрам оло йәштәге граждандарға иғтибарҙың, уларҙың хеҙмәттәрен таныуҙың, рәхмәт белдереүҙең һәм ихтирам күрһәтеүҙең айырым көнө. Шулай уҡ ул әлеге заман йәмғиәтендәге күп һанлы проблемаларға ла иғтибар йәлеп итергә мөмкинлек бирә.


Ҡәҙерле олатай-өләсәйҙәр, инәй-бабайҙар! Ғүмерегеҙҙең тиҫтәләрсә йылын Һеҙ көсөргәнешле хеҙмәткә бағышланығыҙ. Тыуған илебеҙ яҙмышындағы хәл иткес мөһим ваҡиғаларҙа һәм үҙгәрештәрҙә үҙегеҙҙе аямай, фиҙакәр хеҙмәт итеүегеҙ, республикабыҙҙың һәм районыбыҙҙың үҫешенә тос өлөш индереүегеҙ өсөн оло рәхмәтемде һәм хөрмәтемде белдерәм. Һеҙ беҙгә өлгө булып тораһығыҙ. Һеҙҙең тормош тәжрибәгеҙ, аҡыллы кәңәштәрегеҙ бөгөнгө ҡатмарлы осорҙа йәштәргә тәрбиә биреүҙә, бай йолаларыбыҙҙы һаҡлап ҡалыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә.


Байрам айҡанлы Һеҙҙең барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге, бәхетле ҡартлыҡ һәм һәр көндөң тәмен-йәмен татып, оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереүегеҙҙе теләйем!

 

Автор:Ғ. МАНАПОВ, район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: