Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Октябрь 2022, 12:00

Донъя йәме – балаларҙа, тиҙәр

...Ғөмүмән, хәҙерге йәштәр ҡатмарлыҡтарҙан ҡурҡып тормайҙар. Килеп сыҡҡан мөмкинлектәрҙе ҡулдан ысҡындырмай, комфорт зонаһынан сыға беләләр.

Донъя йәме – балаларҙа, тиҙәр
Донъя йәме – балаларҙа, тиҙәр

Үҙ көстәре менән донъя көткән, ғаиләһен етеш йәшәтергә, бәхетле итергә тырышҡан йәштәр артыуы ҡыуаныслы. Ҡолғана ауылынан Күжәхмәтовтар ғаиләһе шулар рәтендә.

Йәшләй генә осрашып, 2013 йылдың ноябрендә өйләнешкән парҙар башта Белорет ҡалаһында йәшәгән. Абҙаҡ ҡыҙы Гүзәлгә ул ваҡытта 18 йәш була. Урал әрме сафтарына алына.

Хеҙмәтенең яртыһы Дағстанда, яртыһы Әрмәнстанда үтә. Егет хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас та өй һалыу өсөн ер алыуға өлгәшә.


-Ауылдан ер алыу буйынса ҡатмарлыҡтар булманы. 2016 йылда ағасҡа ғариза яҙып һалдыҡ, - ти Урал.


Йүнсел ғаилә башлығы тыуған ауылында үҙ ояларын ҡороуҙы хәстәрләй башлай. Көн һайын бер генә аҙым яһаһаң да, маҡсатыңа яҡыная бараһың. Шуның кеүек, йәштәрҙең тырышлығы һөҙөмтәһендә бер нисә айҙа үҙ йорттары ҡалҡып та сыға. Өй эсенә һыу үткәрелгән, электр менән йылытыла.


Күжәхмәтовтар тулы ауыл тормошо менән йәшәйҙәр - баҡса үҫтерәләр, мал аҫрайҙар (күсеп ҡайтҡандарының икенсе көнөнә тигәндәй, никах туйында вәғәҙәләнгән малдар ҙа кәртәгә ингән).


Ғөмүмән, хәҙерге йәштәр ҡатмарлыҡтарҙан ҡурҡып тормайҙар. Килеп сыҡҡан мөмкинлектәрҙе ҡулдан ысҡындырмай, комфорт зонаһынан сыға беләләр. Уралдың рәсми эше булмаһа ла, юғалып ҡалғандарҙан түгел – ғаиләһен ҡарарға, донъя төҙөргә әмәлен таба. Әлеге ваҡытта ул өйөнә ҙурҙан төкәтмә эшләп йөрөй.


Өй һалыу, әлбиттә, күп сығымдар талап итә.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 39-сы һанында уҡығыҙ.

Автор:Ә. ЮЛСУРИНА.
Читайте нас: