Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Октябрь 2022, 12:00

«Башҡортостанда йәшәгәнемә үкенмәйем...»

Бабайым менән Донбасс ҡалаһында таныштыҡ. Ауылда йәштәргә эш юҡ ине. Мин дә, ул да эш эҙләп шул ҡалаға барғанбыҙ.

«Башҡортостанда йәшәгәнемә үкенмәйем...»
«Башҡортостанда йәшәгәнемә үкенмәйем...»

Үҙ яйына, үҙ ҡарамағына ололарса көн иткән инәйҙе биҙрә менән һыу ташып, мейескә яғырға өйөнә утын индереп йөрөгәнендә тап иттек. Әтек ауылында йәшәүсе 80 йәшлек Маһинур Байморатова ул.

- Ҡайһы берҙә, көн үтмәйерәк торғанда, ҡул ҡаушырып буш ултырмайым әле, тип эш эшләйем. Ҡыбырлап, хәрәкәтләнеп йөрөргә кәрәк, - тип башланы һүҙен өйөн ялтыратып таҙа итеп тотҡан, үҙе ҡомалаҡтан күпертеп хуш еҫле икмәген дә бешергән Маһинур инәй.


- Мордва Республикаһының Розаевка районынанмын. Милләтем буйынса татар ҡыҙымын. Ғаиләбеҙҙә 5 бала үҫтек, мин иң бәләкәйе. Туғандарымдан үҙем генә тороп ҡалдым был донъяла. Бала сағым ауыр һуғыштан һуңғы йылдар осорона тура килде. Атайым яуҙан ҡайтманы, әсәйем бер үҙе генә беҙҙе аяҡҡа баҫтырҙы. Ашарға ла, кейенергә лә юҡ. Аслыҡ бик көслө ине, үлем осраҡтары ла булғыланы. Әсәйем пекарняла эшләгәс, уның киптереп әҙерләп ҡуйған икмәктәре ҡотҡарҙы беҙҙе. Ошондай ауырлыҡтарҙы беҙҙең балаларға күрһәтмәһен ине, тыныс йәшәтһен инде Хоҙайым. Беҙ күргәнде улар күрмәһендәр.


Бабайым менән Донбасс ҡалаһында таныштыҡ. Ауылда йәштәргә эш юҡ ине. Мин дә, ул да эш эҙләп шул ҡалаға барғанбыҙ. Илхан шахтала, мин питомникта эшләнек. Унда бик күңелле, тырыш, татыу халыҡ йәшәй торғайны. Мосолмандар менән аралашып, ҡатнашып йәшәнек. Илхан менән беҙ ҙә шулай күрешеп, танышып киттек тә, бер-беребеҙҙе оҡшатышып, өйләнештек. Өлкән ҡыҙыма ике ай тигәндә Бөрйәнгә күсеп килдек. Бик яҡшы кеше ине бабайым. 55 йыл матур итеп донъя көттөк. Колхоздың, аҙаҡ совхоздың ҡорттарын ҡарарға эшкә төштөк тә ғүмеребеҙ буйы шунда эшләнек. Ауылдан Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан Аҡбикә яланына тиклем 7 саҡрым юлды көн һайын йөрөп, 50 йылдан ашыу хеҙмәт иткәнбеҙ.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 39-сы һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлүзә ХАФИЗОВА.
Читайте нас: