Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Октябрь 2022, 11:00

86 йәшендә утын яра

Ҡапҡанан инһәк, утынлыҡтан туҡылдаған тауыш сыға. Берәйһе килеп утын ярып йөрөйҙөр, тип утынлыҡ яғына ыңғайланыҡ.

86 йәшендә утын яра
86 йәшендә утын яра

Инәйҙең үҙен күреп, аптырап бер булған беҙҙе: «Утын ярып йөрөйөм. Төпкө яҡҡа ут яғайым, утын индерәйем тип сыҡтым әле», - тип ҡаршы алды Рәйсә инәй.

Әҙер утының күп бит, тигәс: “Шул ярып торғас, була инде”, - тип мәғәнәле генә яуапланы 86 йәшлек инәйебеҙ.


Тыумышы менән Әбйәлил районының Хәмит ауылы ҡыҙы Рәйсә Мөхәмәтованың Ҡолғанала йәшәүенә 65 йыл булып киткән.  


-1957 йылда килен булып төштөм. 20 йыл бабайға са-йыр йыйыштым, бер йылын да үҙемә яҙҙырманым. 8 йыл медпунктта эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Эш хаҡым әҙ булғас, пенсиям да күп түгел. Заманында Кучумов: “Инәй, теш ҡуйҙыр”, тигәйне, “Ҡуй, ҡартайҙым инде, ниндәй теш”, тигән булғайным. Үҙе юҡ хәҙер. Мин тешһеҙ ҡалдым инде, - тип хәл-әхүәлдәре менән бүлешергә ашыҡты ул.


Рәйсә инәй 6 бала тәрбиәләп үҫтергән.

-Барыһына ла туйҙар үткәрҙем, уҡыттым. Өлкән ҡыҙым Хәкимә - Бәләбәйҙә, Зәйнәп - Әбйәлилдә, Гүзәл – Һарағыла, Тәлғәт улым ауылда. Уның биш ҡыҙы бар. Өсәүһе донъя көтә. Ейән-ейәнсәрҙәремдең иҫәбен дә белеп етмәйем хәҙер, - тип балаларын барлап сыҡты инәй.


Тормош иптәше Әғзәм бабайҙың мәрхүм булыуына 21 йыл үтеп киткән. Ике улын да юғалтҡан ул.
Рәйсә инәй бер үҙе йәшәһә лә, яңғыҙ түгел – балалары килеп хәлдәрен белеп, өй эштәрендә ярҙам итеп торалар, тик «алып ҡайтабыҙ» тиеүҙәренә һис тә риза түгел икән. Ауылдашы Зилара апай Мөлөкова уны мунсаға саҡырып, үҙ әсәһендәй тәрбиәләп тора.


-Бөтә эштәрҙе лә эшләнек, малын да ҡараныҡ, булмаһа, бер күркә генә көтмәнем. Элек юҡ нәмә үҙе генә булманы. Хәҙер өс бөртөк тауығыма әүрәп ултырам инде.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 39-сы һанында уҡығыҙ.

Автор:Ә. ЮЛСУРИНА.
Читайте нас: