Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Сентябрь 2022, 16:00

Баҙал биҫтәһендәге яңы паркка ағастар ултыртылды

24 сентябрҙән 8 октябргә тиклем республикала «Йәшел Башҡортостан» акцияһы уҙғарыла. Сара экология мәсьәләләренә иғтибар йүнәлтеү, ауыл һәм ҡалалар биләмәһен йәшелләндереү, күркәм итеү, экологик хәлде яҡшыртыу мөмкинлеге бирә.

Баҙал биҫтәһендәге яңы паркка ағастар ултыртылды
Баҙал биҫтәһендәге яңы паркка ағастар ултыртылды

Иҫке Собханғол ауылында  төрлө ойошма коллективтары хеҙмәткәрҙәре акцияға ҡушылып, Баҙал биҫтәһендә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы төҙөлгән яңы паркка емеш ағастары, ҡыуаҡтар һәм ылыҫлы ағастар ултыртты. Акцияла БР спорт министрлығы вәкиле, Н. Валуев исемендәге бокс буйынса спорт мәктәбе директоры  Ирек Мөхәмәтйәров ҡатнашты. Ул бындай сараларҙың республикабыҙ өсөн мөһим һәм әһәмиәтле булыуы тураһында һөйләне.

-Иң тәүҙә Бөрйән халҡына Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибовтың сәләмен еткерәм. «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ҙур теләк менән ҡушылдым. Һуңғы йылдарҙа ҡалаларҙа ла, ауылдарҙа ла төҙөкләндереү, йәшелләндереү эштәре бик әүҙем бара, шуныһы ҡыуаныслы. Был, әлбиттә, республика башлығының ихаталар, урамдар төҙөклөгөнә ҙур иғтибар бүлеүе һөҙөмтәһе. Ағас ултыртыу - сауаплы эш. Беҙ балаларыбыҙға, киләсәк быуынға нимә ҡалдырасаҡбыҙ, барыһы ла үҙебеҙҙән тора. Акцияға бөтә республика ҡушылды. Ағастар, ҡыуаҡтар ултыртыла, яңы аллеялар барлыҡҡа килә. Р. Хәбиров белдереүенсә, быйыл Башҡортостанда 47 мең төп ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртыу ҡаралған, - тине Ирек Миңлеғәле улы.

Ултыртҡан ағастар ерегеп, үҫеп китһен, Баҙал паркы тағы ла күркәмләнеп, халыҡҡа хеҙмәт итһен, тигән теләктә таралышты акцияла ҡатнашыусылар.

Г. Хафизова.

Автор:
Читайте нас: