Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2022, 10:00

Милләт түлен һаҡлай әсәйҙәр

Район ҡатын-ҡыҙҙар советы, Яңы Усман ауылы ҡатын-ҡыҙҙар Советы ағзалары, ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Яңы Усман ауылының дан әсәләр ҡатнашлығында “Милләт киләсәге - әсәләрҙә!” исемле район ҡатын-ҡыҙҙар форумы үткәрелде.

Милләт түлен һаҡлай әсәйҙәр
Милләт түлен һаҡлай әсәйҙәр

Ҡунаҡтарҙы гөл-сәскәгә күмелгән мәҙәниәт йорто алдында “Сөмбөлә” фольклор һәм “Сибел” йыр-моң ансамблдәре буҙа, милли ризыҡтар, икмәк-тоҙ менән ҡаршы алды.


Ҡатын-ҡыҙҙарҙың бай ҡул эштәре күргәҙмәһе, зауыҡ менән биҙәлгән фотостендтарҙа Яңы Усмандың алдынғы кешеләре, данлы үткәне, бөгөнгөһө тураһында мәғлүмәттәр урынлаштырылған.
Сәхнә түренә саҡырылған ихтирамлы әсәләр ихласлыҡ менән бала тәрбиәләү серҙәре менән уртаҡлаштылар.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 38-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Сәйҙә СӘЙӘХОВА.
Читайте нас: