Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Сентябрь 2022, 08:46

Рәсәйҙә түбән килемле ғаиләләр өсөн универсаль пособие булдырыла

Рәсәй Хөкүмәте түбән килемле ғаиләләр өсөн универсаль пособие индерергә тәҡдим итте. Финанс ярҙамы 10 миллионға яҡын бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ҡағыла.

Рәсәйҙә түбән килемле ғаиләләр өсөн универсаль пособие булдырыла
Рәсәйҙә түбән килемле ғаиләләр өсөн универсаль пособие булдырыла

 

«2023 йылдың 1 ғинуарынан түбән килемле ғаиләләр өсөн универсаль пособие индерергә тәҡдим ителә. Ул ғәмәлдәге социаль яҡлау сараларын, шул иҫәптән бала тыуыуға йәки уны уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыуға бәйле һәм 3 йәше тулғансы пособиеларҙы, шулай уҡ 3-7 һәм 8-17 йәшлек балаларға түләүҙәрҙе берләштерә», — тиелә белдереүҙә.

Бынан тыш, бындай пособие йөклөлөктөң иртә айҙарында иҫәпкә баҫҡан мохтаж ҡатын-ҡыҙҙарға тәғәйенләнә.

Универсаль пособие юллау өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталы, Күп функциялы үҙәк йәки Пенсия һәм социаль страховкалау фонды аша бер ғариза бирергә кәрәк.

(“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды).

Автор:
Читайте нас: