Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Сентябрь 2022, 12:30

Ил өҫтөндә ниҙәр бар?

Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 80 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 62.

Ил өҫтөндә ниҙәр бар?
Ил өҫтөндә ниҙәр бар?

Демография
Аҙна эсендә районда 5 бәпес тыуған. Иң ҡыуаныслыһы – үлем осраҡтары теркәлмәгән. Законлы никахҡа инеүселәр булмаған. Бер ғаилә тарҡалған.

01 хәбәр итә
Аҙна тыныс үткән.
Хөрмәтле райондаштар! Янғын сығыу осрағына шаһит булһағыҙ, теләһә ҡайһы телефондан 101 йәки 112 һандары буйынса был турала хәбәр итергә ашығығыҙ!

02 хәбәр итә
Сентябрҙең 15-енән 22-һенә тиклем район бу-йынса енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 31 мөрәжәғәт теркәлгән.
Улар иҫәбендә мутлашыу (1), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (1), йәмғиәт урынында иҫерек йөрөү (1), бинаға төшөү (урлашыу) (1), мал урлау (1), үлтереү менән янау (1), ялған документтар эшләү (1), сит мөлкәткә зыян килтереү (1), ғаилә низағы (1), шәхси документтар юғалтыу (1), ата-әсәлек бурыстарын үтәмәү (1) һәм башҡалар бар.


Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 80 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 62. Бер водитель эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.

 

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: