Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Сентябрь 2022, 15:00

Айгөлдөң гөлдәре

Йәшелсәләре күптән өлгөргән, ә аллы-гөллө сәскәләре әле һаман күҙҙе иркәләй. Ҡаһармановтарҙың йорто Яңы Мөсәт ауылының матур урындарының береһендә - Алағуян йылғаһының аръяғында урынлашҡан. Уларҙың ишек алдына барып ингәс тә сихри матурлыҡ - шау сәскәләр ҡаршы ала.

Айгөлдөң гөлдәре
Айгөлдөң гөлдәре

-Эштән ҡайтам да, өйгә лә инеп етмәйенсә, сәскәләремде ҡарай баш-лайым. Һәр ҡайһыһын тәрбиәләп, сүптәрен утап, ашламалар менән туйындырып торам. Һыуҙы ла үҙем генә һибәм. Иртән торғас та иң беренсе сәскәләремә бағам. Тере йән эйәләре кеүек күреп, улар менән һөйләшәм, сәскә атҡандарын күреп һөйөнәм. Аллаһтың бер мөғжизәһе, ҡөҙрәте инде. Сәскәләр яманһыу ваҡытта кәйефте күтәрә, йәнде дауалай, - ти матурлыҡҡа ынтылыусы Айгөл апай.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 38-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Ә. ЮЛСУРИНА.
Читайте нас: