Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Сентябрь 2022, 15:05

Резервтағы 300 мең кеше хәрби хеҙмәткә саҡырыла

Резервтағы 300 мең кеше Рәсәйҙең Ҡораллы көстәренә саҡырыла, тип хәбәр итте илдең оборона министры Сергей Шойгу. 21 сентябрҙән өлөшләтә мобилизация башланды. Иң беренсе кемдәр саҡырыла һуң?

Резервтағы 300 мең кеше хәрби хеҙмәткә саҡырыла
Резервтағы 300 мең кеше хәрби хеҙмәткә саҡырыла

Тәүҙә запастағы (армияла хеҙмәт иткәндәр) һәм хәрби белгеслеккә эйә булған хәрби хеҙмәткәрҙәр саҡырыла. Кемдәрҙе саҡырыуҙары ихтимал? Ҡануниәт запастағы хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн разрядтар буйынса йәш сикләүен билдәләй.

Тәү сиратта беренсе разряд саҡырылырға тейеш. Уға түбәндәгеләр ҡарай:

35 йәшкә тиклемге һалдаттар, матростар, сержанттар, старшиналар, прапорщиктар һәм мичмандар;

50 йәшкәсә кесе офицерҙар;

55 йәшкә тиклемге майорҙар, 3-сө ранг капитандары, подполковниктар, 2-се ранг капитандары;

60 йәшкәсә полковниктар, 1-се ранг капитандары;

65 йәшкә тиклемге юғары офицерҙар.

Икенсе разряд — 45, 55, 65, 70 йәшлек хәрби хеҙмәткәрҙәр.

Өсөнсөһө — 50, 60, 65 йәшлектәр.

Хәрби дәрәжәһе булған ҡатын-ҡыҙҙар өсөнсө разрядҡа ҡарай: офицерҙар — 50 йәшкә, түбәнерәк дәрәжәлеләр 45 йәшкә тиклем запаста.

(“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды).

 

Автор:
Читайте нас: