Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Сентябрь 2022, 09:50

“Был балаң үҙегеҙгә сәпсим оҡшамаған икән...”

...Иртәнсәк тороп сәй эсеп ултырһаҡ, атайым бөтөнләй аптыратып ҡуйҙы. -Был балаң үҙегеҙгә сәпсим оҡшамаған икән, — тимәһенме, сәй артында йәнәшә ултырған килен менән икебеҙгә алмаш-тилмәш ҡарап. – Кемгә тартып ул һәттем аҡ һуң ул? Үтә күренеп тора... Килен в шоке. Мин көләм. Ике көн үткәс бит был!   Яҡташыбыҙ, Яңы Усман ауылы ҡыҙы, талантлы яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманованың хикәйәләрен дә, башҡа яҙмаларын да ныҡ яратып уҡыйым да... был талантлы ҡәләм емештәрен һеҙгә лә “ауыҙ иттергем” килә лә китә. Был яҙмаһында Таһир ҡустыһының әсәһе менән атаһын кәләше менән таныштырыу ваҡиғаһы бик матур итеп һүрәтләнгән. Әҙерәк ҡыҫҡартып алынды).

“Был балаң үҙегеҙгә сәпсим оҡшамаған икән...”
“Был балаң үҙегеҙгә сәпсим оҡшамаған икән...”

...Килен тураһында һүҙ ҡуҙғытҡас, уның беренсе тапҡыр ҡәйнә-ҡайныһы менән танышыуын да яҙайым әле. Ҡустым утыҙға еткәндә тигәндәй, йәп-йәш кенә ҡыҙ эләктереп алған да, йәһәтләп өйләнеп, фатирына күсереп алмаҡсы булып китте😇. Ауылдағы саммый картуф алыу мәлендә эйәртеп апҡайтмаҡсы. “Бысраҡ эш араһында йөрөтмә, һуңғараҡ әйҙә” тип ҡарауымды ҡолаҡҡа элмәй, алып китте. Мин, ҡустым, килен буласаҡ ҡыҙ бала, ҡайтып төштөк. Ул саҡта инде атай-әсәй һәптеюҡ ҡартайып, донъясылыҡ менән артыҡ ҡыҙыҡһынмай ғына ултырған саҡтары ине инде.
--Бына был ҡыҙ һеҙгә килен буласаҡ, - тинем инде, таныштырып.
--Яра-ай... – тип һуҙып ҡуйҙылар былар бер ауыҙҙан.
--Башҡортса аңлаймы? – тип һорап ҡуйҙы әсәйем, килендең блондинка булыуына хайраныраҡ ҡарап.
--Башҡорт ҡыҙы, белә кәнишне, — тип тынысландырҙым.
Икенсе көн ҡара кискә тиклем картуф алдыҡ. Ҡустым менән оло баҡсаны һөрөп килеп сыҡтыҡ. Килен арманһыҙ булды. Берәүҙең бер ҡәҙерле генә балаһы икәнлеген күреп торам бит инде, “бар ин”, “бар, кухняла бул”, “мунса яҡ” тип ҡыуып та ебәрәм, юҡ, килә лә тотона. Бөгөн шул хәлде “үҙ ғүмеремдәге иң ауыр эш булды” тип иҫләй ул.

☹Төн уртаһында мунсанан сыҡһам, әсәйем кухняла мыршылдап илап ултыра.
--Нимә булды? – тим ҡурҡып.
--Хәҙер был малайҙы төрмәгә ултырталар инде, — ти.😳
--Нишләп?!
--Бер баланы етәкләп ҡайтҡан. Үҙе һымаҡ өлкәнерәкте тапһа булмағанмы? Бындай ҡыҙ өсөн наказать итәләр бит хәҙер уны.
--Кем, мәҫәлән?
--Закун! Мин закунды белмәй тиһегеҙме? Ҡалайтабыҙ инде хәҙер?..
--Урлап алмаған бит, көсләп алып ҡайтмаған. Юҡты уйлап сығарып ултырма инде. Бер ниндәй ҙә проблема булмай, ҡурҡма, — тип, саҡ тынысландырып һалдым әсәйҙе.

Иртәнсәк тороп сәй эсеп ултырһаҡ, атайым бөтөнләй аптыратып ҡуйҙы.
--Был балаң үҙегеҙгә сәпсим оҡшамаған икән, — тимәһенме, сәй артында йәнәшә ултырған килен менән икебеҙгә алмаш-тилмәш ҡарап. – Кемгә тартып ул һәттем аҡ һуң ул? Үтә күренеп тора...
Килен в шоке. Мин көләм. Ике көн үткәс бит был!
--Минең ҡыҙым түгел! Был һеҙҙең киленегеҙ! Һеҙгә килен апҡайттыҡ бит! – тип тағы бер ҡат һөрәнләп аңлатырға тура килде.
--Кемгә алдыҡ?😄
--Таһирға!
--А-а... Таһирҙыҡы юҡ инеме ней?..
--Юҡ ине бит!
Шулай итеп киленгә ҡайны-ҡәйнә ошондайыраҡ хәлдә генә күренеп, яҙа-йоҙа танышып өлгөрҙөләр ҙә, аҙаҡ ейәнсәрҙәренең береһе икән тип бутаны ла ҡуйҙылар. Оҙаҡламай бер-бер артлы китеп тә барҙылар...
Салауат, Тәлғәт, Сараға әсәй булаһы ҡыҙҙың яҙмышы ошолай башланғайны Ҡаһармановтарҙа.

(Миләүшә Ҡаһарманованың сәхифәһенән алынды).

Автор:
Читайте нас: