Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Сентябрь 2022, 16:00

Район үҙәгендә тағы бер парк буласаҡ

«Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» программаһы нигеҙендә районда проекттарҙы тормошҡа ашырыу дауам итә. Әлеге ваҡытта Иҫке Собханғол ауылында Баҙал биҫтәһенең Ш. Бабич урамында ял паркы төҙөлә.

Район үҙәгендә тағы бер парк буласаҡ
Район үҙәгендә тағы бер парк буласаҡ

Был объектты район халҡы 2021 йылда онлайн-платформала дөйөм тауыш биреү барышында һайлап алғайны.

Бөрйән юл ремонтлау-төҙөү идаралығы эшселәре мастерҙар А. Ибраһимов менән И. Ғәлиуллин етәкселегендә август айында парк майҙанын тигеҙләп, тротуарҙар эшләгәндәр, бордюр таштарын һалғандар, асфальт йәйгәндәр, биләмәне ҡойма менән уратып алғандар, ҡапҡалар ҡуйғандар. Әле эскәмйәләр, ураналар һәм спорт майҙансығы урынлаштырылған, объектты йәшелләндереү, яҡтылыҡ үткәреү эштәре ҡалған. Яңы паркта  балалар өсөн уйын майҙансығы, яҡтыртҡыстар, спорт һәм башҡа ҡорамалдар барлыҡҡа киләсәк.

Баҙал паркы октябрь айында файҙаланыуға тапшырыласаҡ, тип белдерҙе Бөрйән юл ремонтлау-төҙөү идаралығы етәксеһе Р. Денисламов.

Г. Хафизова.

Автор:
Читайте нас: