Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Сентябрь 2022, 14:00

Ил өҫтөндә ниҙәр бар?

Хөрмәтле райондаштар! Ут сығыу осрағына шаһит булһағыҙ, шунда уҡ 101 йәки 112 номерҙары буйынса был турала хәбәр итергә ашығығыҙ.

Ил өҫтөндә ниҙәр бар?
Ил өҫтөндә ниҙәр бар?

Демография
Үткән аҙнаның шаршамбыһынан был аҙнаның кесаҙнаһына тиклем районда 5 сабый тыуған. Никахҡа инеүселәр булмаған. Өс пар никахтарын тарҡатҡан. 3 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.


01 хәбәр итә
Аҙна тыныс үткән.
Хөрмәтле райондаштар! Ут сығыу осрағына шаһит булһағыҙ, шунда уҡ 101 йәки 112 номерҙары буйынса был турала хәбәр итергә ашығығыҙ.


02 хәбәр итә
Сентябрҙең 8-енән 15-енә тиклемге ваҡыт эсендә ра-йон буйынса енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 35 мөрәжәғәт теркәлгән. Улар иҫәбендә мутлашыу (1), алимент, кредит, һалым буйынса бурыстарҙы түләүҙән белә-күрә ситләшеп йөрөү (4), шәхси милек урлау (2), үлтереү менән янау (2), мөлкәт-хужалыҡ бәхәсе (2), гражданиндың административ күҙәтеүҙән ситләшеп йөрөүе (1), зыян күреүселәр булмаған юл-транспорт ваҡиғаһы (2), ата-әсәлек бурыстарын тейешле кимәлдә үтәмәү (1), ғаилә низағы (2), шәхси мөлкәт һәм документтар юғалтыу (3) һәм башҡалар бар.


Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 80 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 63. 3 водитель алкоголь ҡулланған килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: