Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Сентябрь 2022, 17:00

Балалары ла, бәхеттәре лә игеҙ

Ырғыҙлы ауылында бынамын итеп донъя ҡороп, балалар үҫтереп, башҡаларға өлгө булырлыҡ итеп йәшәүселәр бихисап.Александр Викторович менән уның ҡатыны Ольга Ивановналар – шундайҙарҙан.

Балалары ла, бәхеттәре лә игеҙ
Балалары ла, бәхеттәре лә игеҙ

Ольга – Стәрлетамаҡ ҡыҙы. Ҡала ҡыҙы был Бөрйән төпкөлөнә нисек килеп юлыҡҡан, тиһегеҙме? Шул-шул, тәҡдир буйынса. Олатаһы Давыдов Дмитрий Кирсановичтарға йәй һайын ҡунаҡҡа килгеләп йөрөгән һылыу ҡыҙҙы Ырғыҙлының бынамын тигән егете ҡулдан ысҡындыра буламы?


Донъя көтөүгә әүәҫ, эшкә бөтмөр Александр. Тәүҙә йәшәгән бәләкәй өйҙәрен ҙур өйҙәренә тоташтырған, верандаһын йәй йәшәрлек бина итеп ҡуйған, былай ҙа иркен 10х8 ҙурлыҡтағы өйөнә 8х4 итеп төкәтмә төкөтөп ебәргән, һәр балаһына бөтә уңайлыҡтары менән бүлмә эшләгән, өйөн заманса йыһаздар менән тултырып, ғаиләһенә ирәйеп йәшәр өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырған.


Йорт хужаһы ғүмере буйы руль артында – Саша 20 йыл инде ауыл хакимиәтенең алыштырғыһыҙ водителе. Әлбиттә, башлыҡтар килә торған, китә торған, ә Саша һөнәренә тоғролоҡ һаҡлаған.


“Шүлгән-Таш” ҡурсау-лығында экомониторинг буйынса инженер булып эшләүсе Ольга ире эшләгән хан һарайындай донъяны ҡурсаҡтай итеп тота. Хәйер, ҡурсаҡ, тигәндәй. Хужабикәнең ҡулы ла оҫта – төрлө ерҙәрҙән яҙҙыртып алдырған материалдарҙан сынъяһау итеп ҡурсаҡтар эшләй, уларға матур итеп кейемдәр тегә. Бер нисәүһен ауыл магазинына һатырға ла ҡуйған.
Өй эсендәге эшкә генә түгел, тыштағыһына ла шәп ҡаланан төшкән килен – цементты семәрле ҡаптарға һалып киптереп, матур ғына плитәләр хасил итеп, ҡапҡа эсенә ысын оҫталарса үҙе түшәп ҡуйған.


Ихатаһы тулы гөл-сәскә, баҡсаһы тулы йәшелсә-емеш!
Ошо эштәренән тыш, бер ҡапҡа эсендә йәшәгән атаһы Виктор Ефимович менән Фаина Степановнаны ла бик матур итеп тәрбиәләп ҡарай был уңған пар – итенән-һөтөнән, һәр төрлө ярҙамдан, иғтибарҙарынан өҙмәйҙәр. Ҡарттар улы менән килененән бик риза булып, рәхмәт яуҙырып ҡына ултыралар.


“Матвей башҡорт теленән “бишле”гә генә өлгәшә!” - тип ҡыуана балаһының уңыштарына Александр.
Эйе, матур күсәгилешлек йәшәй Ырғыҙлы Симоновтарында – бында ғаилә өсөн йәшәйҙәр, ғаилә ырыҫы өсөн тырышалар, ата-әсәне, ололарҙы хөрмәт итеп, уларҙың хаҡын өҫтөн ҡуялар.
Шуға ла донъялары бөтөн, матур, күңелдәре тыныс.

Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас: