Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Сентябрь 2022, 11:05

Күңелдәргә ҡағылған сөйҙәр...

...Ауыр холоҡло үҫмер йәшәгән. Бер ваҡыт атаһы быға бер тоҡ ҡаҙау тоттора һәм: ”Сабырлыҡтарыңды юғалтҡан йәки кем дә булһа берәү менән асыуланышҡан саҡтарыңда ҡаҙауҙарҙың берәүһен баҡса ҡапҡаһына ҡағып кит”, - тип кәңәш бирә. Беренсе көндө үҫмер баҡса ҡапҡаһына 37 ҡаҙау ҡағып китә...

Күңелдәргә ҡағылған сөйҙәр...
Күңелдәргә ҡағылған сөйҙәр...

 Аҙнаның башҡа көндәрендә күпме ҡаҡҡанын тикшереп, ҡаҙауҙарҙы кәметә башлай. Унан көн һайын ҡаҙау ҡатып йөрөүгә ҡарағанда, үҙеңде тикшереп кенә тора белеүҙең яҡшыраҡ булыуын аңлап ала.
Ниһайәт, ҡапҡаға бер ҡаҙау ҙа ҡатмаҫ көн килеп етә.
Быны үҫмер атаһына әйтә.
“Хәҙер инде сабырлығың юғалмаған саҡтарҙа шул ҡаҙауҙарҙы берәмләп һурып ала башла”, - ти атаһы.
Үҫмер ҡатҡан сөйҙәрен берәмләп һурып ала башлай. Бер ваҡыт ҡапҡала бер ҡаҙау ҙа ҡалмағас, был турала атаһына әйтә. Атаһы улын ҡапҡа эргәһенә алып килә.
“Һин үҙеңде бик яҡшы тота башлағанһың, улым, әммә ҡапҡала күпме эҙ ҡалдырғаныңа иғтибар ит. Сөйҙәр эҙ ҡалдырған ерҙәр хәҙер бер ваҡытта ла әүәлге хәленә ҡайтмаҫ. Кешеләр менән дә шулай: юҡ-бар һүҙ һөйләп, әрләшә башлаған һайын, ҡапҡала ҡалдырған ҡаҙау эҙҙәре кеүек итеп, улар йәнендә лә һин яра ҡалдыраһың. Аҙаҡ күпме генә ғәфү үтенһәң дә, яра эҙҙәре бөтмәйәсәк. Күңелдәге яралар ҙа тәндәге яралар кеүек.
Дуҫтар - һирәк осрай торған хазина. Уларҙың ҡәҙерен белергә өйрән”, - ти...

 

(Рәсимә Динисламованың сәхифәһендәге мәғлүмәттәр файҙаланылды).

Автор:
Читайте нас: