Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Сентябрь 2022, 15:15

Ковид менән сирләү осоронда балалар баҡсалары нисек эшләр?

Был хаҡта Мәғариф министрлығы хәбәр итте.

Ковид менән сирләү осоронда балалар баҡсалары нисек эшләр?
Ковид менән сирләү осоронда балалар баҡсалары нисек эшләр?

Башҡортостандың Мәғариф министрлығында яңы уҡыу йылында балалар баҡсаларының нисек эшләүе хаҡында һөйләнеләр.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, мәктәпкәсә учреждениеларҙа әле булһа махсус эш режимы ғәмәлдә. Балалар баҡсаларында тәрбиәселәр йәки медицина хеҙмәткәре көн һайын балаларҙың температураһын үлсәй һәм ОРВИ билдәләренең булыу-булмауын тикшерә.

- Ауырыуған балалар, шулай уҡ йоғошло сир булыу-булмауына шик булған балалар ҡабул ителмәй. Балалар баҡсаларына ингән урында ҡулдарҙы эшкәртеү өсөн антисептик сара менән дозаторҙар ҡуйылған, бинала көн һайын еүеш сепрәк менән таҙартыу үткәрелә, һауа махсус ҡорамалдар менән зарарһыҙландырыла, ә бөтә биналар графикка ярашлы елләтелә, - тип һөйләнеләр эпидемияға ҡаршы саралар тураһында ведомствола.

Автор:
Читайте нас: