Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Сентябрь 2022, 11:45

Бәхил бул, хөрмәтле Урам һепереүсе...

Бәхил бул, хөрмәтле Урам һепереүсе... Юҡ, хата түгел, ҙурҙан яҙҙыҡ, ҙурлап яҙҙыҡ... ...Ҡәҙимге хеҙмәт кешеһе ине ул... Ябай ғына, үҙебеҙсә әйткәндә – дворник. “Ине”, тибеҙ бөгөндән. Сөнки Бөрйән районы хакимиәтендә урам һепереүсе булып эшләгән Мырҙабаев Ғилман Таңатар улының ҡапыл ғына йөрәге тибеүҙән туҡтаған. Ни өсөн айырым иғтибар бирәбеҙме? Сөнки ул Ысын Хеҙмәт Кешеһе булды! Район хакимиәте янынан иртәле-кисле эшкә үтеп-сүтеп йөрөгән кешеләр уны барыһы ла беләлер. Сөнки йәйен-ҡышын, яҙын-көҙөн ул урамда, район хакимиәте алдында булды. Ихата эсе лә, тышы ла ялт итеп торҙо. Ҡышҡыһын да асфальты күренеп ятты. Сөнки ҡыш буйы ҡулынан боҙ тумырғысы, көрәге төшмәне. Йәйгеһен нисә ҡарама былай ҙа таҙа асфальтты машиналар үтеп йөрөгән юлға тиклем “ялап” йөрөр ине. Улай ғына ла түгел, кешенең танығанына ла, танмығананына ла асыҡ йөҙлө, гел матур һүҙле булды. Хакимиәткә йомош төшөп барғанда ла, ҡапҡаны үткәс, Ғилман ағай ҡаршылап: “Һаумыһығыҙ! Көнөгөҙ матур үтһен!” тип изге теләктәрен теләп торор ине. Физик хеҙмәткә шул тиклем мөкиббән кешеләр һирәгәйеп барған мәлдә йәшәйбеҙ. Ғилман Таңатар улы шуларҙың береһе булды, Хеҙмәт Кешеһе... Йәне йәннәттә булһын... 2019 йылда “Таң” гәзитенең беренсе битенә бына нимәләр яҙғайныҡ:

Бәхил бул, хөрмәтле Урам һепереүсе...
Бәхил бул, хөрмәтле Урам һепереүсе...

Егәрленең ҡулы ете  (2019 йыл)

Район хакимиәтендә тиҫтә йылға яҡын  урам һепереүсе булып эшләүсе Ғилман Таңатар улы Мырҙабаев хаҡында әйтелгәндер был мәҡәл.

Уның эшен күргәндәр инҡар итергә ҡыймаҫ – Ғилман кеүек үҙ эшенә шул тиклем яуаплы, етди ҡарағандар йөҙгә берәү булалыр ул. Ҡасан ҡарама - эш өҫтөндә: ҡыш көнө ҡар көрәп, йә заманса техникаһын бытырҙатып “ҡар урып” йөрөй, иртә яҙҙан иң беренсе ул хужалыҡ иткән биләмә ҡарҙан әрселә – тумырып, боҙ ҡатламдарын стена яһап кәлдәп кенә өйөп ҡуя,  ҡоро мәлдә  былай ҙа көҙгөләй ялтырап ятҡан хакимиәт  биләмәһен һепереп йөрөй. Ғилмандан энә күҙәүендәй сүп тә ҡурҡып ҡалтырап яталыр, моғайын.

Иң мөһиме: ҡасан ғына район хакимиәте янынан үтеп барһаң да, ошо ир–уҙаман һәр саҡ сәләм биреп, хәйерле көн теләп, алғыштарын яуҙырып ҡала. Бөрйәндә Ғилман һымаҡ эшләгән бүтән кеше юҡтыр ул, тип һоҡланып үтә икән юлаусы-үткенселәр – был уның эшенә иң ҙур баһа.

Эйе, эшенән йәм табып, хеҙмәте менән халыҡты ҡыуандырырға тырышып йөрөгән Ғилман Мырҙабаев – күптәребеҙгә үрнәк.  Ауыр, ҡара эш башҡарһа ла, күңеле таҙа, йөҙө асыҡ, ниәттәре изге уның. Ошо холҡонан айырмаһын, эштәре уң булһын!

(А. Ғарифуллина).

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА
Читайте нас: