Уҙған аҙнала, 1-се сентәбрҙән 8-нә тиклем, район биләмәһендә ЮХХДИ йүнәлешендә – 57 хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлгән. Бер водитель эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен балаларға ҡабатларға яратабыҙ.
Түбәндәге кәңәштәр ѳлкәндәр ѳсѳн дә файҙалы булыр:
- Балағыҙға юлды дѳрѳҫ аша сығыу хаҡында даими рәүештә аңғартып тороғоҙ. Һүҙ миҫал менән нығытылһа, тағы ла яҡшыраҡ булыр.
- Ашыҡмаҫҡа ѳйрәтегеҙ. Юлға аяҡ баҫыр алдынан туҡтап, тирә-яғыңа ҡарап алыу, етеп килгән транспортты үткәреү хаҡында аңлатығыҙ.
- Балағыҙҙың ѳйҙән мәктәпкә тиклемге маршрутты яҡшы белеүе мотлаҡ. Ошо юлдан уның менән бергә үтеп, хәүефле урындарҙы бер нисә тапҡыр күрһәтегеҙ.
- 14 йәше тулмаған балағыҙҙы ҡала юлында үҙен генә велосипед менән сығармағыҙ.
- Киске сәғәттәрҙә хәүефһеҙлекте булдырмау маҡсатында балағыҙҙың кейеменә, портфеленә сағылдырыусы элементтар ҡуйығыҙ.
- Балағыҙға юл аша йәйәүлеләр ѳсѳн тәғәйенләнгән махсус урындан йәки светофорҙың йәшел тѳҫѳнә генә сығыу кәрәклеген һәр саҡ әйтеп тороғоҙ.