Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Сентябрь , 08:55

Мин нисек ҡарбуз-ҡауын үҫтерҙем?

Интернеттан алынмаған, һүрәттәге ҡарбуз менән ҡауын ысынлап үҙемдең баҡсамдан! Ә уларҙы үҫтереүҙең тик мин генә белгән хәтәр еңел ысулы бар. Иң мөһиме...

Мин нисек ҡарбуз-ҡауын үҫтерҙем?
Мин нисек ҡарбуз-ҡауын үҫтерҙем?

Иң мөһиме, яҡшы күрше генә кәрәк! Хәйер, тәфсилләберәк һөйләйем әле.

...Кисә ейәнем менән ейәнсәремә үҙебеҙҙең баҡсала үҫкән ҡарбуз менән ҡауын уңышын тәмләттем. Тәүгә үҫте беҙҙең баҡсала был йылы яҡ еләктәре (әллә – емештәре?). Көндәр һыуытырға уйлағас, өҙөп алып гәпханаға һалып торғайным.

Уй, тәмлелектәре... Ҡарбузды ярып ебәрҙем дә... хайран ҡалып торҙом – ҡып-ҡыҙыл ғына, тамылйып ҡына бешеп еткән. Ейәнем бер-бер артлы әллә нисәне елгәрҙе. Ә ейәнсәрем, ҡыҙ кеше, яйлап, ялап, тәмләп кенә, тәмлелектән “иҫен юғалта яҙып” күҙҙәрен йомоп-йомоп, башын йә теге, йә был яҡҡа ҡырын һала-һала шулай уҡ әллә нисә телем һорап ашаны. Уларҙың аппетит менән ашағанына ҡыуанып бер булдым.

Ҡыҙым был уңайҙан тиҙ генә бәлеш тә бешереп, ҡарбуз-ҡауын байрамы үткәреп алдыҡ.

Ҡауын да, ҡарбуз да һутлы ғыналар, уртаса ғына шәрбәтлеләр. Тел йотмалы, ҡыҫҡаһы.

“Үҙебеҙҙең баҡсала үҫкән” тигәнгә иғтибар итмәгәнегеҙҙер, бәлки. Эйе-эйе, үҫкән. “Үҫтерҙем” тип ауыҙ тултырып әйтергә оялам))) Сөнки...

Сөнки күршем Фатима апай орлоҡтарын шыттырып, көсләп тигәндәй индереп бирҙе. Картуф баҡсаһындағы тиреҫ өйөмө өҫтөндә булғас, һалҡыныраҡ көндәрҙә ул яҡҡа сығырға онотоп ебәрһәк, үҙе кәртә аша төшөп, үҙенән полиэтилен сығарып ябып торған)))

Шунан ней... ҡалғанын май буйы ямғырҙар, июль-августағы эҫеләр эшләгән инде)))

Бына шулай, дуҫтар, үҙең ялҡау булһаң да, күршең шәп булһа, үҙ баҡсаңдан ҡарбуз-ҡауын өҙөп ашап була икән)))

Шулай күршеләр менән татыу булып,  ашта ла, эштә лә уртаҡ ҡайнап, бергә-бергә ҡыуанып йәшәргә яҙһын барыбыҙға ла!

(“Тәжрибәле баҡсасы” Таңһылыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты).

 

Мин нисек ҡарбуз-ҡауын үҫтерҙем?
Мин нисек ҡарбуз-ҡауын үҫтерҙем?
Мин нисек ҡарбуз-ҡауын үҫтерҙем?
Мин нисек ҡарбуз-ҡауын үҫтерҙем?
Мин нисек ҡарбуз-ҡауын үҫтерҙем?
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас в