Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Сентябрь , 17:05

Күреүсе менән күрмәүсе

...Ирҙең нәфрәте шул ҡәҙәр көсәйгән, хатта ул бер төндә, тәҙрә янындағы ауырыуҙың хәле ҡапыл насарайғанын белһә лә, ярҙамға кеше саҡырмаған...

Күреүсе менән күрмәүсе
Күреүсе менән күрмәүсе

Дауахана бүлмәһендә ике бабай ятҡан. Берәүһенең урыны – тәҙрә янында, икенсеһенеке ишек төбөндә, ти. “Ниҙәр бар унда, һөйлә әле”, - тип үтенгән һәр саҡ тышты күреүҙән мәхрүм булғаны. Тегеһе иһә ҙур ихласлыҡ менән бәйән иткән: “Эргәлә генә шундай матур быуа, уның аша һалынған семәрле күперҙә тороп, балыҡсылар ҡармаҡ һала... Ана, яр буйындағы ағаста ҡоштар оя ҡорған, ҡырҙағы эскәмйәлә йәш ҡатын бәпесен ҡосаҡлап ултыра, янында ире йылмайып баҫып тора... Күктә ап-аҡ болоттар йөҙә...”

Көн һайын – бер-береһен ҡабатламаған ҡыҙыҡлы, мажаралы ваҡиғалар. Уларҙы тыңлай торғас, ишек төбөндә ятҡан сирленең күңелендә көнсөллөк, хатта асыу тыуған: “Ниңә тормош ғәҙел түгел? Ни өсөн мин бында ятырға, көн яҡтылығын күрмәҫкә, ә ул тирә-яҡты ҡарап кинәнергә тейеш?”

Ирҙең нәфрәте шул ҡәҙәр көсәйгән, хатта ул бер төндә, тәҙрә янындағы ауырыуҙың хәле ҡапыл насарайғанын белһә лә, ярҙамға кеше саҡырмаған.

Иртәнсәк иһә, күршеһенең мәйетен алып сығып киткәстәр, табиптан үҙен тәҙрә янына күсереүҙәрен һораған. Үтенесен кире ҡаҡмағандар.

Тышҡа ынтылып ҡараһа, унда бейек иҫке ҡойманан башҡа бер ни ҙә юҡ, ти.

-Ә ҡайҙа быуа, семәрле күпер, моңло ҡоштар?! – тип ҡысҡырып ебәргән ир. – Миңә бит күршем унда әллә күпме мажара барлығын һөйләгәйне...

-Их, уларҙы үҙе күргән булһа... – тип көрһөнгән шәфҡәт туташы. – Тыумыштан һуҡыр ине бит ул. Моғайын, һеҙҙең матур тормошҡа ҡайтыуҙан өмөтөгөҙ өҙөлмәүен теләгәндер...

(“Бәрәкәт” журналынан).

 

Автор:
Читайте нас в