Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Сентябрь 2022, 12:10

Бөрйәндә иң тәмле икмәк бешереүсе кем икән тиһегеҙ?

...Мин дә улай булыр тип бөтөнләй уйламағайным... Әйткәндәй, “иң тәмле икмәктең” рецебын да һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.

Бөрйәндә иң тәмле икмәк бешереүсе кем икән тиһегеҙ?
Бөрйәндә иң тәмле икмәк бешереүсе кем икән тиһегеҙ?

...Эштән ҡайтып, күп тә үтмәне, күршем йүгереп килеп инде. Онотмаҫ борон, бер яңылыҡ менән бүлешәйем, тип ҡабаланып килеп индем әле, ти.

Ниндәй яңылыҡ икән, гәзиткә барырлыҡ түгелме икән, тип минең дә ҡолаҡ ҡарп итеп ҡалды.

-Килен һөйләне. Ейәнем Илмир әсәһенән: “Әсәй, Бөрйәндә иң тәмле икмәкте кем бешергәнен беләңме”, тип һораған. Әсәһе аптырап ҡалған да, әсәй – ул һин, тигәнен көтөбөрәк, ә кем һуң ул, тип һораған.

“Өләсәйемдәрҙең күршеһендә йәшәгән инәй. Иректең өләсәһе!” тигән яуап яңғыраған...

Күршем һөйләп бөтөүгә, арып ҡына эштән ҡайтып, ятауыллабыраҡ алырға уйлаған кешенең, минең, дуға китте баштан өҫкә күтәрелеп)))

Саф күңелле, хәйләһеҙ бала баһа биргән бит минең хеҙмәткә!

Эйе, Илмир менән ҡустыһы Ғәзиз күршем Фатима апайҙың ейәндәре. Атайҙары менән әсәйҙәре эштә саҡта улар өләсәй менән олатай янында була. Майға икмәк бешерһәм, уларға ла күстәнәс индерә һалып сығам.

Күршем баяғы хәбәрҙе еткергәс, хатта оялыбыраҡ киттем. Сөнки һуңғы арала, ваҡыт яғы ла ҡыҫтауыраҡ булып китеп, күрше бәпестәрҙе майғикмәк менән һыйлағаным юҡ ине. Тимәк, сабыйҙың тағы минең майғикмәкте тәмләгеһе килеп киткән, тигән һүҙ. Ярай, Хоҙай насип итһә, ошо арала хаталар өҫтөндә эш эшләп алырмын)))

Маҡтанырғамы- юҡмы... Эш шунда... Теге, ней, былай майғикмәгемде мин аралашҡандарҙың барыһы ла оҡшата, рецебын һорайҙар. Үҙем дә туғандарға ҡунаҡҡа күстәнәскә, ғәҙәттә, шул “данлыҡлы” майғикмәгемде бешереп алып барам. Рецебын алып бешереп ҡараусылар, һинеке һымаҡ сыҡмай барыбер, тип тәртәмде күтәргеләп ебәрһә, сәпсим шашам да китәм – шунда уҡ тағы онға йәбешәм)))

Эйе, аңлап торам, һеҙгә минең юҡ-бар хәбәремә ҡарағанда нисек бешереүем ҡыҙығыраҡ.

Ярай, һеҙҙеңсә булһын. “Илмир яратҡан икмәк” рецебы түбәндәгесә. Бәлки, һеҙгә лә оҡшап ҡуйыр. Хәйер, улайтып барыһы ла бешерә инде ул)))

Башланыҡ. Бисмилла менән башлайым. “Минең ҡулым түгел, Ғәйшә-Фатиманың ҡулы” тип әйтәм мотлаҡ (бәлки, тәменең сере лә шундалыр).

Һеҙҙең һымаҡ уҡ башта табаҡҡа он иләйем. Мин “Ситно” онон ҡулланам. Уға самалап (ҡалаҡлап түгел, мотлаҡ усым менән самалап) тоҙ һибәм. Уртаһына уйым яһап, сода һалам да өҫтөнә кефир ҡоям (соданы һүндереп тә ебәрә). Кефир яңы булырға тейеш. Ҡуйырағы яҡшыраҡ. Сепарат аша үткәрелмәгән яңы һөттөң әсеп, яңы ғына күпсеп сыҡҡаны тағы ла яҡшыраҡ була. Оҙаҡ ултырғаны ҡамырҙы ҡайышҡаҡ итә.

Баяғы табаҡҡа бер йомортҡа һытам. Бер елде ус шәкәр һалам. 2-3 аш ҡалағы үҫемлек майы ҡоям. Ҡайһы саҡ берәй ҡалаҡ майонез йәки магазин ҡаймағы ла ҡушып ебәрәм.

Табағымдың эргәһенә сеүәтәгә эҫе генә һыу ултыртып ҡуям да, тағы бисмилланы әйтеп, баяғы “Минең ҡулым түгел, Ғәйшә-Фатиманың ҡулы”, тип, ҡамыр баҫа башлайым. Кәрәк булһа, кефирҙы өҫтәй-өҫтәй торам. Баҫып бөткәс, теге эҫе генә һыуға ҡулды тығып, тағы бер нисә рәт тысҡып алам. Ҡамыр йомшаҡ ҡына булырға тейеш.

 

Баҫып бөткәс, ҡамырымды полиэтилен моҡсай эенә тығып, табаҡҡа һалам да, табаҡты йылыраҡ урынға ултыртып торам. 1,5-2 сәғәткә! Йылы урынға, эҫе түгел!

Шулай иткәндә ул әсе ҡамыр һымаҡ күбеп китә - кефир үҙ эшен эшләй.

Матур ғына күпсегән ҡамырҙан бауырһаҡтар яһап алам да, тәрән табаға мул итеп май һалып, йырлай-йырлай бешерәм. Бауырһаҡтың төбө табаға тейеп торғанын яратмайым.

Ҡайһы саҡ, мәҫәлән, эшкә сәй эсергә алып китергә ниәтләһәм, кискеһен йоҡлар алдынан ҡамыр баҫам да, киреһенсә, һалҡынсараҡ (һыуыҡ түгел) урынға ултыртып торам. Иртәнге 6-ларҙа тороп бешереүгә ҡамыр матур булып күпкән була.

Оҫтамын, тип күкрәк ҡаға алмаһам да, ошо майғикмәгем гел уңа, тәмле килеп сыға. Әйҙәгеҙ, әхирәттәр, бер-беребеҙ менән шулай үҙебеҙ бешереп ҡараған ризыҡтар, уңдырыу нескәлектәр хаҡында бүлешеп торайыҡ.

 Бөрйәндә иң тәмле икмәк бешереүсе түгел икәнлегемә иманым камил, бер кеше – 6 йәшлек Илмир өсөн булһа ла иң тәмле икмәк бешереүсе булып танылыуыма ихлас ҡыуанам былай. Рәхмәт, Илмир күршем! Бәхетле булып үҫегеҙ!

(Эй, майғикмәкте ней минекен дә кире төкөргәндәре юҡ. Үҙен яҙып, маҡтанып ултыра, тимәҫһегеҙ ул, моғайын, ивет))).

Т. Баһауетдинова.

(Фото интернеттан алынды. Үҙемдең икмәкте фотоға төшөргәнем юҡ).

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас в