Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Август , 15:30

"Знаменитый" әттек ошо була икән...

“Һуғыш йылдарында беҙҙе аслыҡтан шул әттек, һарына ҡотҡарҙы инде. Салыр алып шуларҙы эҙләп сығып китер инек...” Ололарҙың шулай һөйләгәнен ишеткеләп үҫтек. Тик, һарынаһын белһәм дә, әттеген белмәй инем. Күптән түгел Ҡолғанала йәшәүсе хаҡлы ялдағы уҡытыусы Зилара апай Мөлөкованың сәхифәһендә бынау һүрәтте күргәс, апаруҡ ҡарап ултырҙым. Беҙ сәскә итеп йыйып үҫкәнбеҙ икән дә баһа был әттекте... Бына нимәләр яҙған Зилара апай:

"Знаменитый" әттек ошо була икән...
"Знаменитый" әттек ошо була икән...

“Бына был наҙлыҡай ғына ҡыңғыраулы сәскә ӘТТЕК( этлек) булыр. Русса - бубенчик лилиелистный. Һуңғы йылдарҙа урмандарҙа бик һирәк күренә. Һуғыш осоронда беҙҙең өләсәйҙәр ошо үлән тамырын ашап, аслыҡтан ҡотолғандар инде. Һарына менән әттек... Әттек тамыры бик тәрәндә ул. Ҡаҙып алыуы бик ҡыйын булғанға күрә этлек - әттек булғандыр инде исеме. Тамырын киптереп, он иткәнсе төйөп алып икмәк итеп бешергәндәр, өйрә итеп тә эскәндәр... Һәйкәл ҡуйырлыҡ сәскә-үләндәр ул әттек менән һарына... Илдәр тыныс торһон!”

...Беҙҙән һуңғы быуындарға ла әтек-һарына эҙләр урман ҡыҙырырға яҙмаһын, улар ҙа сәскә итеп кенә белеп үҫһен уны...



 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас в