Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Август , 14:40

Төркиәнән ҡунаҡ килеп төштө...

“Таң” гәзитендә эшләп ситкә киткәндәрҙең күбеһе Бөрйәнгә юлдары төшкәндә редакцияға инеп, хәл белешә һалып сығалар. Үҙебеҙ ҙә һағынып торабыҙ уларҙы. Бөгөн дә шундай шатлыҡлы осрашыу булды...

Төркиәнән ҡунаҡ килеп төштө...
Төркиәнән ҡунаҡ килеп төштө...

Бөгөн дә шундай шатлыҡлы осрашыу булды - “Таң”да практика үткән, бер нисә йәйҙә эшләп киткән Байназар егете Айгиз Буранғолов инеп сыҡты.

Аҡыллы, тыйнаҡ, үҙ эшенә бик яуаплы ҡараған Айгиз күптән үҙебеҙҙең ҡустыбыҙ һымаҡ инде беҙгә – Төркиәнән ҡайтҡанын көтөп алабыҙ. Эйе-эйе, ул әлеге ваҡытта бик изге юлда - Истамбулда дини белем эстәп йөрөй. Уға тиклем БДУ-ны тамамланы.

Был юлы ла ҡунағыбыҙ хөрмәтенә табын ойоштора һалып ебәрҙек. Һөйләшеп һүҙ бөтмәне.

Иртәнән һуң ул ҡабат алыҫ юлға сығасаҡ. Имен  йөрө, Айгиз, юлдарыңа Хызыр Ильяс юлдаш булһын, тип теләйбеҙ.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас в