Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Август , 11:15

Үгәй атай

...Көнө буйы эштә нисек һүҙ башларға план ҡороп йөрөгән Таһир, эштән ҡайтҡас, әкрен генә Нәбирәнең бүлмәһен асып инде. Нәбирә дәрес әҙерләй ине. Ингәс тә бер һүҙҙе ике ҡабатлап, һөйләшеүҙе нисек башларға белмәй ҡаңғырҙы. Аптырағас, ултырғыс алып ултырҙы. Тулҡынланыуын йәшерә алмай йонсоно ла, ахыр ҙа: -Нәбирә,һинең менән һөйләшергә ине. Саҡ ҡына ваҡытың булһа инде, - тип һүҙ башланы Таһир...

Үгәй атай
Үгәй атай

Үгәй атай

Кешенең яҙмышы әсә ҡарынында уҡ маңлайына яҙылып ҡуя тейҙәр.Тәҡдир тигәндәре лә шулдыр.Кемделер был донъяға тыуыу менән бәхет юрғанына төрһәләр,ҡайһы берәүҙәрҙе тыуыу менән әсе яҙмыш, хәсрәт юрғаны көтөп тора.Берәүгә лә бәхет тигеҙ бүленмәй.Бәхетте һорап та алып булмай.Бәғзе берәүҙәр ҡулындағы бәхетенең ҡәҙерен белмәй йонсоһа,кемдер берәү бер семтем бәхет өсөн дә ғүмер буйы көрәшеп йәшәй.Бәхет,көрәш,хәсрәт- бер ҡараһаң, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та был донъя тигәндәре.

Зәбирә Таһирҙы ҡыҙы менән таныштырырға өйөнә саҡырҙы.

Ҡыҙы Нәбирә Таһирҙы күргәс тә яратманы ғына түгел,хатта ҡабул итмәне.Әсәһенең:

-Ҡыҙым,таныш бул.Был Таһир исемле ағай.Ул беҙгә йәшәргә килә .Һиңә атай буласаҡ,-тип әйтеүе ҡыҙға уҡ булып ҡаҙалды.

-Нисек инде,атайым була?-тип ҡысҡырғанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды.Шул арала иларға етешеп, йәш аралаш һораулы ҡарашын әсәһенә төбәне :

-Юҡ минең атайым, булғаны юҡ,булмаясаҡ та.Был кешеңде мин атай тип әйтмәйем, -тип ҡырт боролоп өйҙән сығып китте.

Былай булырын көтмәгәйне Зәбирә.Артынан эйәреп сығырға уйланы ла туҡтап ҡалды. Үҙе лә саҡ илап ебәреүҙән тыйылып ,Таһирға ҡалҡып ҡараны. Таһир сабыр ғына Зәбирәгә:

-Зәбирә,ашыҡтырмайыҡ баланы.Үҙе белә.Мин бит урамдан килеп ингән кеше.Әлбиттә ,әле ҡыйын уға.Һеҙ бит икәү генә йәшәп өйрәнгәнһегеҙ.Башта бер-беребеҙҙе өйрәнәйек.Унан күҙ күрер,-тип тыныс ҡына Зәбирәнең арҡаһынан ҡағып йыуатты.

Таһирҙы ауыр ҡабул итте Нәбирә.

-Нисек,инде ошоға тиклем булмаған атай?Ҡайҙан килеп сыҡҡан ул?Ҡайҙа булған мин тыуғанда?Мин үҫкәндә ҡайҙа йөрөгән?Ни эшләп балалар баҡсаһына етәкләп бармаған?Мәктәпкә лә әсәһе менән генә барҙы.

Юҡ,хәҙер уның кәрәге юҡ Нәбирәгә.Уға атай кәрәкмәй.Әсәһе булһа-шул еткән.Ошоға тиклем атайһыҙ йәшәнеләр бит.Артабан да йәшәрҙәр.Бәлки, ул ана Зифа инәһенең ире кеүек эсәлер. Шул эскесе атаһы арҡаһында Лизалар өс көндөң берендә кешелә йоҡлап көн күрә.Күберәген Нәбирәләргә киләләр.

Нәбирә үҙен белә -белгәндән әсәһе менән генә йәшәй.Иң яҡын берҙән –бер кешеһе лә әсәһе.Ҡыяматлыҡ Зифа инәһенән башҡа уларҙың яҡындары юҡ.

Әсәһе Зәбирә -ташландыҡ бала.Эйе,әсәһен тапҡас та өләсәһе уны балалар табыу йортонда ҡалдырып киткән. Зәбирә балалар йортонда үҫкән.

Балалар йортонан һуң ҡыҙ тегенсе һөнәренә уҡып сыға.Эшкә урынлаша.Дөйөм ятаҡта йәшәй.Ринат исемле егет менән таныша. Бер күреүҙән ғашиҡ йәндәрҙең мөхәббәте үкенескә була. Инде өйләнергә уйлап йөрөгән Ринат ата-әсәһенә йөрөгән ҡыҙының детдом балаһы икәнен еткерә.Шунан башлана дауыл.Бик һауалы ата-әсә был никахҡа ҡаршы сыға. Аралар һыуына.Ринат эшен,ата-әсәһен,Зәбирәне ташлап ,ситкә сығып китә. Үҙе тураһында бер ни белгертмәй.

Был ваҡытта Зәбирә буйға уҙған була. Баланы таба. Морон төртөр урыны булмаһа ла балаһын ҡалдырыу тигән уй башына ла инеп сыҡмай.Юғиһә, больницала уҡ бер ҡатын теңкәһен ҡоротто:

–Үҙең бала ғынаһың,бер кемең юҡ.Нисек үҫтермәк булаһың?Бала менән тормошоңдо яңынан ҡороу ҙа ауырға тура килер.Бына мин ҡырҡты үтеп саҡ бала таптым.Ирем профессор.Бир миңә балаңды.Игеҙ булып үҫер ҙә китер.Минеке малай,һинеке ҡыҙ.Бер- береһенә иптәш булырҙар.Уйла әле,һеңлем.Беҙ һиңә аҡсаһын түләрбеҙ.Етеш йәшәйбеҙ,балаң бер мохтаж кисермәҫ,- тип артынан ҡалманы.Зәбирә түҙмәне,нәфрәт тулы ҡарашын, уҡтай ҡаҙап, теге ҡатынға:

-Юҡ,мин баламды бер кемгә лә бирмәйем.Ул минеке. Уны кемгәлер бирергә тип тапманым.Эсемә һыйған бала тышыма ла һыйыр.Мине өгөтләп маташмағыҙ.Беҙҙең ҡайтыр урыныбыҙ бар,-тип ҡаты итеп әйткәс кенә теге ҡатын башҡаса өндәшмәне.

Зәбирәне бала табыу йортонан ҡыяматлыҡ Зифа апаһы килеп алды. Үҙенең сыйырсыҡ ояһындай ғына өйөндә ике бала,эскән мыжыҡ ир янында ҡыйынлыҡ менән булһа ла балаһы менән Зәбирәгә лә урын табылды.Аллаһының рәхмәтендә булһын Зифа апаһы.Шул тиклем ярҙам итте Зәбирәгә.Юғиһә, балалар йортонан ғына сыҡҡан ҡыҙ тормош һынауҙарына яңғыҙы ғына ҡаршы тора алыр инеме икән? Икеле.

Апаһының әрһеҙлеге менән балаһының йәше тулыуға өйлө булдылар. Хөкүмәт етемдәр өсөн төҙөлгән өйҙән бер бүлмәле фатир бүлде.

Бына хәҙер ун йылдан ашыу инде ожмах күренгән ошо мөйөштәрендә әсәле-ҡыҙлы тыныс ҡына ғүмер итәләр.Зифа инәһенең ире Борхан олатай эсеп ҡаңғырһа, ҡыҙҙары менән инәһе килә йоҡларға.Бүтән сит- яттар уларҙың өйөндә ҡуна ҡалғаны юҡ.

Ер –һыу илап,теше-тырнағы менән Таһирҙың уларға йәшәргә килеүенә ҡаршы булһа ла ҡыҙ аҡрынлап баҫылды.Әсәһен йәлләне буғай.

-Әсәйемде лә аңларға кәрәктер.Әле ул йәш.Уның да һөйөп һөйөлгөһө,тулы ғаилә ҡорғоһо киләлер.Күптән ата-әсә наҙынан мәхрүм,минең арҡала һаман ирһеҙ ҙә ултырмаҫ,- тип уйлап,әсәһе хаҡына ризаһыҙлығын белдермәҫкә тырышты.

Былай ҡарап тороуға Таһир ағай тыныс,аҡыллы ғына күренә.Күп тә һөйләмәй.Әсәһе менән дә яғымлы,итәғәтле һөйләшә.Үҙе Нәбирәгә иғтибар итмәй,ҡыҙ уның өсөн бар ней, юҡ ней.Иң мөһиме -эсмәй,тартмай.Эш сәғәте бөтөү менән ҡайтып етә.Ана Зифа инәһенең ире эсеүҙән башы сыҡмай.Ҡыҙҙарына ла көн күрһәтмәй.Йүнле-башлы эшләмәй ҙә үҙе.

Таһир ағай хатта ғаилә лә ҡороп өлгөрмәгән. Нәбирә әсәһе аша Таһирҙың йыраҡ ҡына райондан икәнен белде.Ғаиләлә яңғыҙ ғына үҫкән. Ике йыл элек ҙур ҡайғы кисергән.Район үҙәгенә генә барып ҡайтабыҙ тип сыҡҡан ата-әсәһе, ҡурҡыныс аварияла һәләк була.Улдарын өйләндереп, туй яһарға ла насип булмай уларға.Башта ауыр ҡайғынан шаңҡып ҡала Таһир.Бер йыл ауылда яңғыҙ йәшәгәс, ата-әсә йортон һатып Нәбирәләр йәшәгән бәләкәй ҡалаға күсеп килә. Һөнәре буйынса электрик.Бер бүлмәле фатир алып

йәшәгәненә бер йыл ғына.Элемтә үҙәгенә эшкә урынлаша.Зәбирә менән теген цехына электр сымдарын яңыртып йөрөгәндә танышты.

Таһир ,телде йоторлоҡ итеп,хатта ашарға ла бешерә белә.Анда –һаяҡ ҡына ашарға саҡырыуын иҫәпкә алмағанда,Нәбирәгә артыҡ һүҙ ҡушып маҙаһыҙламай. Ҡайһы ваҡыт ҡына күҙҙәр осрашып китһә, үҙ итеп кенә йылмайып ҡуя.Шул саҡ барыбер ҙә Нәбирәләге эске тауыш:

- Нисек кенә йылмаймаһын ,ул сит кеше,ят,үгәй,һинең үҙ атайың түгел,- тип иҫкәртеп тора.

Ҡыуанысҡа күрә,Таһир менән әсәһе менән татыу ғына йәшәп киттеләр.Бер аҙ йәшәгәс, загсҡа барып яҙылыштылар.Икәүһенең берәр бүлмәле фатирҙарын ике бүлмәлегә алыштырҙылар.Ни тиһәң дә, тиҙҙән ғаилә ишәйәсәк, тип иҫәп тотто икеһе лә. Шулай булмай тағы.Тормоштоң бит мәғәнәһе шунда!

Фатирҙарын ҙурайтыу Нәбирә өсөн шатлыҡ ҡына булды.Хәҙер уның үҙенең мөйөшө бар.Дәрестән ҡайтып ашап алғас, үҙ бүлмәһенә инеп бикләнеп тә ҡуя.Дәресен әҙерләүгә лә йәтеш булды.Айырым бүлмәнең булыуы Таһирҙың күҙенә бик салынып бармаҫҡа ла яҡшы.

Ике бүлмәле фатирға күсеү менән Таһирға ла эш күбәйҙе.Эштән һуң өйҙә ремонт менән булды.Кухняға үҙ ҡулдары менән бик матур өҫтәл эшләп ултыртты.Әсәһе лә һуңғы ваҡытта балҡып киткән һымаҡ тойолдо Нәбирәгә.Таһир эштән ҡай саҡ әсәһен ҡаршы ала.Бер сәбәпһеҙ ҡыҙға ла,әсәһенә лә сәскәләр,торт тотоп ҡайтҡылай. Таһирҙың иғтибарын һаман да сит кеше итеп ҡабул итә Нәбирә.Таһир ҙа быны һиҙә,артыҡ әрһеҙләшмәй.

Һуңғы арала әсәһенең башы әйләнеп,берҙә юҡҡа уҡшып ҡоҫоуын Таһир ҙа,әсәһе лә ҙур ҡыуаныс итеп ҡабул итһә,ҡыҙ әле уны-быны аңламай ине.Зифа инәһенең ҡыҙҙары икәү булғас,их минең дә һеңлем булһын ине ,тип хыялланған сағы бар былай.Таһир, моғайын, малай тураһында хыялланалыр.Зәбирә үҙе генә кем булһа ла һау булһын тип теләйәҙер.Ата-менән әсә асыҡтан- асыҡ ҡыуандылар,шатлыҡтарын йәшермәнеләр.Әсәһе, бәлки, һиңә берәй туған да алып ҡайтырбыҙ тигәс, ҡыҙы үрле-ҡырлы һикерҙе.Нәбирә лә үтә шат ине был яңылыҡҡа,тик тышҡа сығарманы. Ни өсөндөр Таһирҙы ҡыуандырғыһы килмәне.

Зәбирә үҙенең йөклөлөгөн тикшертер өсөн ирен эйәртеп дауаханаға килде. Йөрәк өшөткөс хәбәрҙе иң тәүҙә врач Таһирҙың үҙенә әйтте.Торған еренән сайҡалып китте ир,күҙ алдары ҡараңғыланды.Тыны ҡурылды. Ҙур шатлыҡ ишетеп, ҡыуанырға килгән иргә врачтар ҡатынының башында яман шеш барлығын әйттеләр.Кисекмәҫтән операцияға яҙҙылар.

Үкенес,сир аҙған ине.Зәбирә һауыға алманы.Операциянан һуң ярты йыл тирәһе йәшәп, баҡый донъяға күсте. Ун ике йәшендә үкһеҙ етем тороп ҡалды Нәбирә.Илап ,шешенеп бөткән ҡыҙҙы Зифа инәһе ҡосағына алып йыуатҡан булды.Таһирҙың үҙе хәле үҙенә тигәндәй. Зәбирәне ҡуйғансы томан эсендә йөрөнө.

Әсәһе үлеп ,аҙна үтеүгә ,Нәбирә йоҡлап ятҡанда һөйләнә-һөйләнә илаған тауышҡа уянып китте.Аңлай алмай ятты бер килке.Аптырағас ,тороп кейенде

лә сығырға тип бүлмәһенең ишеген асты. Зифа инәһе менән Таһирҙың тауыштарын танып туҡтап ҡалды.

-Һуң,ҡалайтайым,Таһир,ала алмайым шул мин Нәбирәне үҙемә.Беләһең бит иремдең эскәнен.Өс көндөң берендә кешелә ҡунабыҙ.Юҡ,Борхандың эскәнен белһә,опека бирмәйәсәк тә миңә.Бер яҡынһыҙ тороп ҡалды бала. Шул детдом ҡала инде.

- Зәбирәне ҡуйғандың икенсе көнөндә үк опеканыҡылар килде .Мин бит берәй яҡынын эҙләп ҡарармын, тип бер аҙна ваҡыт биреүҙәрен һораным.Һеҙгә ышанғайным бит әле.Нәбирәне һис тә детдомға биргем килмәй минең .Әсәһе лә миңә рәнйеп ятыр төҫлө.

-Һуң улай биргең килмәгәс,Таһир,үҙеңә юллаһаң ней була.Зәбирә менән яҙылышҡанығыҙ.Йәшәр урының ,эшләгән эшең бар.Моғайын,ҡаршы килмәҫ ул опека. Детдом детдом була инде.

-Мин риза ла ул үҙемә алырға.Тик бына Нәбирә үҙе риза булмаҫ тейем.Ни өсөндөр мине әле булһа сит күргән кеүек. Берҙә генә ылыҡмай.

-Улай тимә әле,Таһир үҙеңдең уйыңда булғас,әйҙә ипләп кенә яйын тура килтереп һөйләш.Инде хәҙер уны-мыны аңларлыҡ бала бит .Бәлки,риза ла булыр.Күҙ алдында үҫкән баланы тота килеп детдомға ебәреүе миңә лә анһат түгел.Былай ней бергә-бергә көңгөр-ҡаңғыр йәшәр инек әле .

Көнө буйы эштә нисек һүҙ башларға план ҡороп йөрөгән Таһир, эштән ҡайтҡас ,әкрен генә Нәбирәнең бүлмәһен асып инде.Нәбирә дәрес әҙерләй ине.Ингәс тә бер һүҙҙе ике ҡабатлап һөйләшеүҙе нисек башларға белмәй ҡаңғырҙы.Аптырағас,ултырғыс алып ултырҙы.Тулҡынланыуын йәшерә алмай йонсоно ла ахыр ҙа:

-Нәбирә,һинең менән һөйләшергә ине. Саҡ ҡына ваҡытың булһа инде -,тип һүҙ башланы Таһир.Нәбирә уға ҡарамай ғына:

-Мин беләм нимәгә ингәнеңде.Детдомға барырға әйберҙәремде йыйырға ҡушаһың.Зифа инәй менән һөйләшәкәнегеҙҙе ишеттем.Ул мине үҙенә ала алмай.Хәҙер минең бер кемем дә юҡ.Шулай булғас, билдәле, детдом ҡала инде.Минең детдомға барғым килмәй.Әсәйем гел шул детдомды һөйләп илай торғайны.Юҡ,мин унда бармайым,-тип шәмәргән күҙҙәрен Таһирға төбәне.

-Юҡ шул,мин икенсе нәмә тураһында.Әгәр ҙә риза булһаң, минең менән йәшәргә ,мин һине детдомға бирмәйем тип уйлағайным. Риза булһаң инде.Беҙ бит әсәйең менән яҙылышҡанбыҙ,ни тиһәң дә мин һинең үгәй булһа ла атайың булам.Бөтәһе лә һинән тора.Ә мин берҙә генә һинән айырылғым килмәй.Минән шәп атай сығыуын сыҡмаҫ. Бик үк маҡтарлыҡ та кеше түгелмендер.Атай булып ҡарағаным да юҡ.Минең һине детдомға бирәһем килмәй.Әйҙә икәүләп йәшәп ҡарайыҡ әле .Һин бит инде хәҙер үҫкән ҡыҙ.Нисек уйлайһың Нәбирә?Ризамы ошо тәҡдимгә?Йә әйт инде,-Таһирҙың тауышы ҡалтыранды.Быға тиклем саҡ түҙгән Таһир күҙ йәштәрен тыя алманы. Сөбөрҙәп аҡты күҙ йәштәре.Таһирҙың илағанын күреп,Нәбирә иҫе китеп аптыраны.Ир кеше лә илаймы икән ни?Таһир бит әсәһе үлгәндә лә иламаны,таш һымаҡ ҡатып тик йөрөнө.Ҡара,хәҙер күҙ йәштәрен тыя алмай.Шул тиклем йәл булып китте Таһир Нәбирәгә.Ҡапыл һикереп тороп,

үгәй атаһын ҡосаҡлап алғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.Күҙ йәштәренә мансылған ҡыҙ Таһирҙың муйынына һырылып, үҙе лә ҡушылып иланы.

Ете ят ,сит кешеләрҙе уртаҡ ҡайғы яҡынайтты бер-береһенә.Таһир үҙе лә ҡосаҡлап алды ҡыҙҙы.Ҡыҙҙың арҡаһынан яратты.

Илап баҫылғас, Нәбирә үгәй атаһының күҙ йәштәрен һөрттө. Таһир ҙа үҙен ҡулға алды.

-Нәбирә,әсәйең хаҡына бергә йәшәйек.Уның йәне лә ҡыуаныр беҙҙең бергә йәшәгәнгә.Тыныс йоҡлар.Юҡһа,әсәйең миңә үпкәләр төҫлө.Ҡыҙ Таһирҙың яурынына башын һалып, риза икәнен белдереп башын һелкте.

Таһир яҡшы атай булып сыҡты.Баштараҡ ашарға үҙе бешерһә,әкренләп Нәбирәне лә өйрәтте.Эштән ҡайтҡан ваҡыттарында Зифаның ҡыҙҙары менән Нәбирәгә киноға билет алып ҡыуандырҙы.Буш ваҡыттарында мәктәпкә йөрөнө,Нәбирәнең уҡыуы менән ҡыҙыҡһынды.Йыш ҡына Зифа инәһе инә-сыға йөрөнө.Борхан олатаһы эскән саҡта ҡунып та ҡалдылар.Әкренләп Нәбирә Таһирға ылыҡты.Шулай ҙа уны алдынан да ,артынан да атай тип әйтергә ашыҡманы.Бәлки, әйтер ҙә ине.Ҡайһы бер изгелекле йәндәр Таһирҙың ҡыҙға үгәй икәнен, Нәбирәнең уға бөтөнләй сит икәнен иҫкәртеп кенә торҙолар.

Ни генә тимәһендәр, Таһир иғтибарын,наҙын ҡыҙғанманы.Ҡыҙға дәресен дә әҙерләште,ата-әсәләр йыйылышына йөрөнө. Аҡсаһын да йәлләмәне,Нәбирәне матур итеп кейендерҙе,кәрәк- ярағына тип ҡулына ла аҡса тотторҙо.Бер ваҡытта ла нимәгә тотондоң,ҡайҙа иттең тип отчет талап итмәне.Ҡыҙ үҙе лә аҡыллы булып сыҡты,Таһирҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырышты.Әйткәнен тыңланы,кәңәштәренә ҡолаҡ һалды.

Мәктәптә лә үҙен тик ыңғай яҡтан күрһәтте. Тырыш,тәрбиәле уҡыусыны уҡытыусылар ҙа яратты.

Ваҡыт- дауа тейҙәр. Тормош уларҙы икәү йәшәргә,бер-береһе менән аралашырға өйрәтте .Бергә аш –һыу әҙерләп,ҡара –ҡаршы ашарға ултырҙылар,яңылыҡтарын бүлештеләр,әсәһен иҫкә алдылар.

Аҙ һүҙле,ипле Таһир тора -бара ҡыҙға яҡын тойола башланы. Әсәһе булғанда Таһирҙың эштән һуң ғына ҡайтыуын теләһә,хәҙер күҙ ҙә ҡаш Таһирҙы тәҙрәнән -тәҙрәгә йөрөп көтөп ала.Йыш ҡына Зифа инәләре килгеләй.Аныһын- быныһын өйрәтеп,хәлдәрен белеп китә.

Зәбирәнең үлеүенә бер йыл тигәндә мәсеттә аят уҡытып,зыяратҡа барып, ҡәберен тәрбиәләнеләр.Бер нисә тапҡыр Зифа инәһенең ҡыҙҙары менән Таһир Нәбирәне тәбиғәткә ял итергә алып сыҡты.Үҙ итте Нәбирә Таһирҙы, әммә атай тип әйтә алманы.

Ҡыҙға ун дүрт йәш тулғайны.Бер көн Таһир эштән иртәрәк ҡайтып инде лә йылмайып Нәбирәгә ҡараны. Ҡыҙ үҙ бүлмәһендә иркенләп дәресен ҡарай ине.

-Нәбирә,һинең менән миңә һөйләшеп алырға кәрәк ине,-тине Таһир яғымлы ғына.Һин асыуланма инде,мин бер ҡатын менән танышҡайным. Исеме-Ғәлиә.Ярты йыл тирәһе инде дуҫлашып йөрөгәнгә.Ул да мин эшләгән ерҙә эшләй.Әгәр мин шул апайға өйләнәм тиһәм, һин нисек ҡарайһың?

Был тиклемде үк көтмәгәндер Нәбирә.Шунда уҡ ҡыҙҙың йәшле күҙҙәре түбән эйелде.Ишетелер –ишетмәҫ кенә:

-Миңә детдомғамы,мин унда бармайым,һин китһәң, яңғыҙым йәшәйәсәкмен,-тине лә урынынан һикереп торҙо.Таһир Нәбирәне ҡосаҡлап алды.

-Юҡ,мин бер ҡайҙа ла китмәйем. Мин сығып китәм икән ,хәҙер опекундар килеп етәсәк,һинең барыу -бармауыңа ҡарамай,детдомға оҙатасаҡтар.Һин бит әле бәлиғ йәшкә етмәгәнһең.Әгәр ҡаршы булмаһаң, Ғәлиәне бында алып килер инем.Беҙ икәүләп уға бара алмайбыҙ,сөнки уның бәлкәй генә бер бүлмә,урын юҡ.Нисек уйлайһың,әгәр Ғәлиә килһә, бергә йәшәй алырбыҙмы? Ҡаршы түгелһеңме?

Ҡыҙ танауын мырш -мырш тартып, мин риза тигәнде аңлатып башын һелкте лә, түгелеп илап ебәрҙе.Берҙән-бер яҡын кешеһенә нисек ҡаршы килһен инде?Эй бала,иң ҡурҡҡаны детдом бит инде.Әсәһе әҙ илап һөйләнеме һуң?

Таһир Ғәлиә менән эшендә танышты. Йәмшек танаулы,нәҙек иренле, күк күҙле,оҙон ғына буйлы ҡатын ашханаға кассир булып килгәйне.Башта күҙгә лә салынмаған йәш ҡатын үҙенең әрһеҙлеге менән тора-бараТаһирҙың иғтибарын яулап алды. Бергә эшләгән дуҫы Марат:

-Ҡара егет,башыңды юғалтма,һаҡ бул. Һиңә дегәнәк кеүек йәбешергә самалай түгелме Ғәлиә,- тип көлөп тә алғайны.Дегәнәк булдымы,бөргәкме,иллә- мәгәр Таһирҙы ҡороҡланы. Үҙе тәүге иренән айырылған,балаһы юҡ. Йәш –елкенсәк түгел инде икеһе лә. Ҡарамаҡҡа бик күркәм булмаһа ла үтеп –сығып бара.Кешенең эсенә инә белә.Шул әрһеҙлеге ярҙам итте бит инде Таһирҙы ҡороҡларға. Кешене теле менән арбай. Моғайын, Нәбирәне лә үҙ итер.Үҙенең әле балаһы юҡ,шулай булғас ҡыҙҙы яратыр,ситкә типмәҫ тип өмөтләнде Таһир.Ни тиһәң дә Нәбирә ҡыҙ кеше,уға әсәй кәрәк.Етмәһә,ҡыҙ үҫмер йәшендә.Был йәштә ҡыҙҙар әсә наҙына,кәңәшенә мохтаж. Шуны уйлап, тәүәкәлләргә уйланы ир.

Нәбирәнең ризалығын алыу менән эште оҙаҡҡа һуҙманы. Ғәлиә менән мәсеткә барып никах уҡытҡас, туп-тура Нәбирәләргә ҡайттылар. Нәбирә белә ине уларҙың килгәнен,Таһир иҫкәрткәйне.Ҡыҙ өйҙө ялт иттереп йыуып сыҡты,үҙенсә өҫтәлгә нәмәләр әҙерләне.Таһир өйрәткәнсә, аш бешерҙе. Тик нисектер,ҡаршы аларға ҡыйынһынды.Әсәһен иҫләнеме,күҙе йәшкәҙәп бүлмәһенә инеп китте.

Таһир Ғәлиәһе менән килеп ингәс тә кейемдәрен элде.Ғәлиәнең аяғына тапочки алып бирҙе.Залға саҡырҙы.Үҙе һаҡ ҡына ҡыҙҙың бүлмәһен асып:

-Беҙ ҡайттыҡ,Нәбирә,әйҙә танышырға,- тип ҡыҙҙы Ғәлиә янына саҡырҙы.Нәбирә ҡарышманы, һаҡ ҡына атлап Таһирҙың артынан эйәреп залға сыҡты.Ғәлиәне күргәс,ҡыҙ туҡтап ҡалды.Әллә ҡатындың ҡарашы өркөттө ҡыҙҙы,әллә ҡиәфәте тигәндәй. Бисурамы ней,былай ҙа оҙон кәүҙәһенә оҙон күлмәк кейгән,сәсен хәтәр бөҙрәләткән,самаһыҙ биҙәнгән Ғәлиәне күрҙе лә ҡыҙ бер килке ҡымшанмай торҙо.Ғәлиә аптырап торманы,ултырған еренән үҙе килеп ҡул һуҙҙы.

-Әйҙә танышайыҡ,мин Ғәлиә апайың булам.Нисәнсе класта уҡыйһың?Исемең нисек әле?

-Нәбирә,етенсе класта уҡыйым,-тине лә ҡыҙ,янында торған Таһирға

-Мин өҫтәл әҙерләнем-,тине.

-Улай булғас,әйҙәгеҙ өҫтәлгә,яҡынданыраҡ танышырбыҙ.

-Минең әлегә ашағым килмәй,үҙегеҙ генә ашағыҙ,-тине лә бүлмәһенең ишеген япты.Шул булды тәүге осрашыу.

-Йә,ниндәй бисура етәкләп ҡайтҡан Таһир ағай.Әсәйемде кемгә алыштырған.Алыуын алғас,әсәһе һымаҡ матурыраҡты тапманымы икән.Их,әсәйем!Белһәң ине миңә нисек ҡыйын икәнен.Ни эшләп кенә мине ташлап киттең ?Үҙең үкһеҙ етем булыуың етмәй инеме ни?Саҡ-саҡ Таһир ағайға өйрәнеп бара инем.Инде быныһына.Ярай ҙа ул Таһир ағай кеүек һәйбәт булһа. Зифа инәйемдең ҡыҙҙары барыбер минән бәхетлерәк.Уларҙың үҙ әсәләре,эскесе булһа ла атайҙары бар.Минең генә бер кемем дә юҡ. Таһир ҙа сит кеше,үҙ атаһы түгел. Бала ғына көйгә әллә нимәләр уйлап шымып ҡына илап алды ҡыҙ бүлмәһендә. Таһир белә,Нәбирәнең бикләнеп, ҡайһы саҡта балауыҙ һығып алғанын.Шуға бимазаламаны.Тынысланғанын көттө.

Ғәлиә, ҡыҙҙың күңелен яулау өсөн, осоп-ҡунып тигәндәй йөрөнө.Беренсе көндән үк нәзәкәтле ҡыланды.Шул тиклем тиҙ генә кешене ылыҡтыра алырлыҡ һәләт бар бит ул унда.Юхалау,таҫма тел уның төп ҡоралы. Нәбирәгә шул тиклем өҙөлөп,бигерәк тә Таһир өйҙә саҡта,наҙлап ҡына өндәште.Таһир был күренешкә ныҡ шатланды. Үҙе лә ҡатынын да,Нәбирәне лә иғтибарһыҙ ҡалдырманы.Әле сәскәләр тотоп ҡайтты,йә өсәүләп киноға барҙылар.Таһир дәртләнеп китте. Күп тә үтмәй эшендә үрләттеләр.Ябай эшсенән бригадир булып китте.Эш хаҡы ла күтәрелде.Әсәһенең пенсияһына счет астырҙы Нәбирәгә. Мәктәпте бөтһә, артабан йәшәүенә,уҡыуына кәрәк булыр, тип уйланы.

Зифа инәһе Нәбирәгә тиҙҙән Таһир менән Ғәлиәнең ҡусты йә һеңле алып ҡайтасаҡтарын еткерҙе.Больницаға барғанда осрашҡандар икән. Зифа инәһе Ғәлиә уларға килеп йәшәй башлағас, бер-ике тапҡыр хәл белергә килде. Иң һуңғы килгәнендә Нәбирә инәһенең артынан оҙата сыҡты.Оҙаҡ һөйләшеп торҙолар. Зифа инәһе, күҙенә йәш алып, һөйләнеп бер булды.

-Берәү үлмәй,берәү көн күрмәй. Ҡалай әҙер донъяға килеп йәйрәп йөрөй. Теле -телгә йоҡмай торһа ла аҫтыртын күренә.Йыуаш ҡына Таһирҙың елкәһенә менмәһә ярай ҙа ул.Эй,балам ,әмәл юҡ,Таһир ҙа һине көтөп буйҙаҡ йәшәй алмай.Ҡана ла һуң йүнле генә әҙәм булып ҡаҡмай-һуҡмай ғына үҫтерһә. Әлдә күкрәк ҡалҡыттың ,ҡыҙым,бирешмәҫбеҙ алла бирһә.Ғүмер буйы бергә йәшәмәҫһегеҙ .Үҙҙәре татыу булһын. Таһирға һүҙем юҡ,тәү күреүҙән оҡшаттым мин уны .Кешелеклеге йөҙөнә яҙылған . Был бисәнең рәтен -сиратын күрмәнемсе.Үҙе һөйләгәнгә ,үҙе көлә.Ул да булдымы һөнәр. Ҡайҙан юлыҡҡандыр был ас эсәккә . Ней түше,ней арты тигәндәй. Ярар, ҡалайтаһың,уға ла көн итергә ир кәрәк. Бер уйлаһаң,төҫө- башы не важны ла ул беҙгә. Эсе матур булһын .Йүнле иргә барһа,йәмһеҙ ҡатынға ла төҫ инә тейҙәр.Таһир төҫ индерә торған ир ул. Ҡәҙерен белһә.

Зәбирәм иҫемә төшкән һайын эсем яна.Ҡалай ғына пар килгәндәр ине .Ҡарап туйғыһыҙ инеләр.Әллә күҙ тейҙе,әллә ней. Был бисә бала табып алып, һине ситкә типмәһен инде.Ни тиһәң дә Таһир ҙа үҙ ҡаның түгел,сит кеше.Яҡшыға

юрайыҡ,балам,ярай, бирешмәбеҙ әле,һаулыҡ булһын,-тип Нәбирәне ҡосаҡлап һөйҙө лә ҡайтып китте.

Үҫмер саҡ. Бала-саға өсөн ҡатмарлы осор.Характер формалаша.Мин- минлек,үҙһүҙләнеү,киреләнеү,ҡаршы һүҙ ташлау-үҫмер саҡтың билдәләре.

Нәбирәгә үҫмер саҡ насип булманы.Әсәһе үлгәс тә ҙурайҙы ул.Күп нәмәгә үҙаллы өйрәнде.Дөрөҫөрәге тормош үҙе өйрәтте.

Буйға уҙғас , һин дә мин йөрөгән Ғәлиә, йыш ҡына көйһөҙләнә башланы. Ул ярамай,был ярамай.Ишек ҡаты ябылһа - башы ауырта.Тәҙрә оҙаҡ асыҡ торһа-һыуыҡ тейә. Йә һыуыҡ,йә эҫе.Ҡорһағы беленеп, ҡәҙимге ауырая башлағас, сәпсим мыжыҡ бисәгә әйләнде.Нәбирә ҡайһы ваҡыт Таһирҙы йәлләп ҡуя. Эштә лә ,өйҙә лә барыһына өлгөрөргә тырыша.Саҡ ҡына һуңға ҡалдымы-Ғәлиәгә етә ҡала ,башлай ҡолаҡ итен ашарға.Нәбирәгә ире барҙа яғымлы, көлөп кенә һөйләшһә лә Таһир сығып китеү менән төҫө үҙгәрә.Алмаштырып ҡуялармы ней!Төрлөсә мыҫҡыл итә,йәнәһе лә һин етем,беҙҙең өсөн бер кем дә түгел.Теләһәк,бөгөн детдомға ,йә интернатҡа ебәрә алабыҙ.Минең ирем һине йәлләгәнгә генә беҙҙең менән йәшәйһең.Үҙебеҙҙең балабыҙ булһа, һиңә был өйҙә урын булмаясаҡ. Күп нәмәне ишетергә тырышмай Нәбирә.Ошаҡлашҡыһы ла килмәй Таһирға.Иренә бер нәмә лә еткермәгәнен белгәс,рәхәтләнеп кәмһетте ҡыҙҙы. Нәбирә ,Таһирға ҡыйын булмаһын, тип бер нәмә лә өндәшмәне. Йә,уның арҡаһында аралары боҙолоуы бар.Күп ҡалманы инде.Түҙергә кәрәк нисек тә, тип уйланы ҡыҙ.

Улы тыуғас,Таһир ғына түгел ,ҡан туғаны булмаһа ла Нәбирә лә ҡыуанды.Таһир атҡа менгәндәй ҡайтты улы тыуған көндө.Нәбирә менән хатта исем дә һайланылар.Заһир тип уйлағайнылар ҙа бит,Ғәлиә генә риза булманы.Вадим тип ҡуштырҙы.

Балаһы тыуғас ҡына, Таһир Нәбирәгә Ғәлиә менән һыйышып йәшәүе ҡыйын икәнен һиҙеп ҡалды.Һуңғы арала бисәһе беҙҙең үҙебеҙҙең балабыҙ бар, кешенеке кәрәкмәй, тип асыҡтан- асыҡ ҡабатлай башланы.Башта ир ишетмәмешкә һалышты.

Ҡуйманы бисәһе,ауыҙын асҡан һайын:

-Артыҡ тамаҡ нимәгә ул?Тиҙҙән бәлиғ була,әйҙә өлөшөн бүлеп бирәйек тә йәшәһен үҙе.Хәҙер бит етемдәрҙе хөкүмәт һәйбәт ҡарай.Ул бит һиңә лә,миңә лә сит кеше.Йөрөмәһен беҙҙең арала.Ана һинең балаң –Вадим.Нимә тип шуға йәбешәһеңдер, аңламайым.Әсәһе үлгәс тә детдомға бирергә кәрәк булған.Әллә шул етемәктән әүмәт күрермен тип өмөтләнәһеңме?Күрһәтте тей һиңә.Көтөп тор,кеше булып алһа, һинең кем икәнеңде лә иҫләмәҫ.

Эх,әсе генә итеп бер- ике һүҙ әйтеп ауыҙын яптырғанда яҡшы булыр ине лә ул.Юҡ,булмай. Тел әйләнмәй. Таһир өнәмәй иреш-талашты.

Көн дә тигәндәй бер үк ыжыуҙан сикәләре тартышты Таһирҙың. Түҙмәне ир,бер көн шулай башлағас та,талағы ташып йөрөгән Таһир бисәһе менән ирешеп торманы.Торған ерҙән йоҙроғо менән өҫтәлгә һуҡты ла:

-Етәр,Ғәлиә!Башҡаса бындай хәбәрҙе миңә һөйләмә.Нәбирә лә эшең булмаһын.Ул үҙ өйөндә йәшәйәсәк,-тине лә сығып китте.

Бик тиҙ генә ингеһе килмәне өйөнә.Башында төрлө уйҙар сыуалды.Аҙаҡ шуны аңланы.Ул бит эшенә ,балаһына мөккиббән китеп Нәбирәне күҙҙән

ысҡындырған.Һуңғы арала Зифа инәһенә йышланы ул ҡыҙ. Таһир эштән ҡайтҡас килеп инә ҡайһы саҡта. Инәһенең ҡыҙҙары Ғәлиә йәшәргә килгәне бирле күп булһа бер-ике генә килгәндер.Һуңғы арала йүнле –башлы Нәбирә менән һөйләшкәне лә юҡ.Ул бит тиҙҙән уҡыуҙы бөтә.Алда һынауҙар көтә ҡыҙҙы.Юҡ,ҡыҙҙың киләсәген хәстәрләргә кәрәк.Ул бит юғары уҡыу йортона инергә хыяллана .Һуңғы ваҡытта Таһир эшенән дә бушай алмай китте.Өйгә ҡайтһа билдәле.Ишектән күренеү генә кәрәк.Уныһы етмәй,быныһы юҡ,фәлән-төгән.Башлана.

Уйланып ултыра торғас,ныҡлы ҡарарға килде .Иртәгә ваҡыт табып мәктәпкә барырға, Нәбирәнең уҡыуы тураһында һорашырға кәрәктер.

Класс етәксеһе бөтә мәғлүмәтте еткерҙе.Уҡыуы һәйбәт,тырыш,ҡыҙға зарланған кеше юҡ.Тик хушлашҡанда класс етәсеһе:

-Таһир Хәмитович! Нәбирәгә әйтегеҙ әле,диета менән булышмаһын.Көнө оҙоно мәктәптә,ә ашарға йөрөмәй.Һорағайным ни эшләп ашамайһың,диетамы әллә тип ,эйе, тине.Уның бит үҫә ,формалаша торған сағы.Йәш организмға витаминдар ҙа кәрәк.Өйҙә һөйләшегеҙ, мода артынан ҡыуып ас йөрөмәһен.Төштән һуң бит әле уға консультацияға ҡалырға.

Өйҙә аулаҡлап һөйләшеп булмаясағын аңлаған Таһир,ҡыҙҙың дәрестән сығыуын көттө. Нәбирә алыҫтан уҡ таныны Таһирҙы.

-Класс етәксеңде күрҙем. Уҡыуыңдан ҡәнәғәт,маҡтай үҙеңде.Тик бер проблема тураһында һөйләшергә ҡушты.Ҡыҙым,һин ашарға йөрөмәй, диета тотаһың икән, был дөрөҫмө ул? Мин бит зарплата алғас та һинең ашауыңа тип шкафҡа аҡса һалам. Әллә берәй нәмәгә йыяһыңмы?Ашамай йөрөп,ашҡаҙаның боҙолорға мөмкин . Нәбирә Таһирҙың «ҡыҙым” тигән һүҙенән башҡаһын ишетмәне .

-Ҡыҙым.Ҡыҙым-тип ҡабатланы уның ирендәре.Әллә ул яңылыш ишеттеме.Ҡыҙым.Ниндәй наҙлы,ниндәй яғымлы һүҙ.Әсәһе үлгәндән бирле был матур һүҙҙе Зифа инәһе генә әйтә .Ә бөгөн Таһирҙан ишетте .Әйе, ишетте.Был тиклем дә ошо һүҙгә сарсар икән.Күҙҙәренә йәш тулды. Ысынлап та үҙ итеп әйттеме икән?Таһир уның тураһында борсоламы?Үҙ ҡыҙы кеүек күрәме икән әллә?- тигән уйҙар ҡыҙҙың мейеһен сүкене. Ҡыҙым.Эйе,әсәһенән,Зифа инәһенән генә ишетә ине бит был һүҙҙе. Ҡыҙым-ҡайһылай ҙа матур һүҙ!Нәбирәнең йөрәгенә тиклем барып етте Таһирҙың ауыҙынан сыҡҡан ошо тылсымлы һүҙ.Тағы ,тағы ишетәһе килә.Таһир күҙ йәштәренә мансылған Нәбирәне :

-Ҡыҙым,ғәфү ит мине,һуңғы арала һиңә иғтибар итмәгәнгә.Ғәфү ит.Мин хатамды төҙәтермен.Тик һин илама йәме-,тип ҡосағына алды.

Эйе,күп нәмәне һуңғы арала аңғармаған икән. Баҡһаң, шкафтағы аҡсаға Ғәлиә тейергә ҡушмаған,үҙе тотонған. Нәбирәгә ашамаһаң да үлмәҫһең тигән. Мәктәптән өйгә ҡайтып еткәнсе ҡыҙы бисәһенең тәртибен һөйләгәндә Таһирҙың сәстәре үрә торҙо .Ысынлап та Таһир һуҡыр булған.

Шул тиклем йәлләне ҡыҙҙы.Исмаһам,бер зарланһасы.Юҡ инде, былай булмаясаҡ.Дилбегәне ҡулға алырға кәрәк.

Таһир ипле генә арҡаһынан ҡағып йыуатты ҡыҙҙы.

- Нәбирә,һинең опекун аҡсаң,пенсияң йыйылып бара.Беҙ уға теймәйбеҙ.Киләсәктә уҡырға кәрәк буласаҡ һиңә.Иртәгәнән мин һиңә карточка астырам,зарплатанан күсереп барырмын.Ашауыңа ,кәрәк ярағыңа тотонорһоң йәме.Миңә был турала әйтергә кәрәк булған һиңә.Ҡыҙым,башҡаса ниндәй проблемаң булһа,йәшереп йөрөмә.Миңә әйт,яраймы.Хәҙер Вадим да ҙурайҙы.Тиҙҙән балалар баҡсаһына бирәсәкбеҙ.Ғәлиә эшкә сыҡһа,һинең менән булышып ултырырға ваҡыты ҡалмаҫ. Уҡыуыңды ҡара,төшөп китмә.- тип арҡаһынан ҡаҡты.

Нәбирәне Таһирҙың “ҡыҙым” тип өндәшеүе күктең етенсе ҡатына алып менде.Ошоға тиклем бер ҙә ҡыҙым тип өндәшкәнен ишеткәне юҡ ине.Ә бөгөн ул ошо һүҙҙе әйтте.Һуңғы арала Ғәлиәнең алама һүҙҙәренән йөрәге өшөп бөткәйне.Нисә тапҡыр ҡулынан аҡсаһын тартып алды. Әрәмтамаҡ,беҙҙекен ашайһың,һин Таһирға ла ,миңә лә бер кем дә түгел,-тип өйҙән ҡыуып сығарыуын да бит Таһир белмәй. Белһә ,нимә эшләр ине икән?Бала ғына көйө шуларҙы йота белде ҡыҙ.Бер зарланһасы Таһирға.Белгертмәне.Ошаҡсы булғыһы килмәне ҡыҙҙың.

Таһир зарплатаһынан бер аҙ аҡсаһын Нәбирәгә тип асылған карточкаға һалғас та бисәһе өйҙә яр һалды.Кәмерәк эләкте шул ҡулына аҡса.

-Етем башмаҡ аҫыра аниһә,һуйып ашап тамағың туйыр.Был етемдән һиңә ниндәй файҙа булыр тейең?Әйттем мин һиңә бер мөйөш тап шул аҫрауыңа тип.Һиңә кем ул,йә әйт әле?Ана үҙ балаңды ҡара.Ней кейем алып биргәнең юҡ,ней ашарына тотоп ҡайтмайың.Ә аҫырау тигәндә аҡсаһын бер ҙә йәлләмәй.

-Һиңә нимә етмәй,Ғәлиә.Мин аҡсаны тиненә тиклем һиңә ҡайтарып торам.Етте һиңә,башҡаса Нәбирәне таламайһың.Ул да тулы хоҡуҡлы ғаилә ағзаһы.

-Шул етем башмаҡ тип иҫең китте лә баһа.Уның урыны ана детдомда. Шул саҡ түҙемлеге бөткән Таһир:

-Детдом етемдәр йорто.Нәбирә етем түгел.Әсәһе үлһә лә атаһы бар .Эйе, мин уға үгәй булһа ла атаймын.Аңланыңмы.Был һөйләшеү һуңғыһы булһын ,-тип бисәһенең ауыҙын япты.

Нәбирә һынауҙарҙы уңышлы тапшырып, ҡулына аттестат алды.Өфөгә үҙе бала саҡтан хыялланған уҡыу йортона уҡырға инеп китте.Балалар табибы буласаҡ ул.Таһир ҡыҙын үҙе алып килеп урынлаштырҙы.Нәбирә Ғәлиәләргә бик һирәк ҡайтты.Күбеһенсә Таһир үҙе килде хәл белергә.Һуңғы курста Нәбирәгә квартира алып биреште. Нәбирәнең йыйылған аҡсаһы бар ине.Таһир ҙа машинаһын һатып, ярҙамдан аҡса бирҙе.Ҡыҙ уҡып бөткәс,эшкә Өфөлә ҡалды.

Ғәлиә Вадимдан башҡа бала тапманы.Ҡара һаҡалың ҡайҙа булһа ла эйәрә тигәндәй ,Нәбирә киткәс тә мыжыҡлығын ташламаны.Кемдер диңгеҙҙә ял итеп ҡайтһа,диңгеҙ тип алйыны.Йә берәр танышы шәшке тун кейгәнен күрһә, шәшке тун таптырып бер булды.Йәшәй-йәшәй кеше бер-береһенә күнеп,яраҡлашып бөтә икән ул.Таһир ҙа үҙенә кәрәген генә ишетергә өйрәнде.Күп иғтибарын Вадимына бүлергә тырышты.

Уҡып бөтөп, бер йыл эшләгәс,Нәбирә Өфө егетенә кейәүгә сыҡты.Туйына балалары менән Зифа инәһен,Таһир менән Ғәлиәне лә саҡырҙы.

Ғәлиә туйға барыуҙан баш тартты.Таһир яңғыҙы барҙы.Һәр бер туйҙың онотолмаҫ,иҫтә ҡалырлыҡ моменттары була. Был туйҙа Нәбирәнең атаһына рәхмәт әйтеп, баш эйеүе йөрәккә үтеп инде.Беренсе тапҡыр ул Таһирға “атай”тип өндәште.

-Ҡәҙерле,атай!Һин минең берҙән-бер иң яҡын кешем. Миңә күрһәткән яҡшылыҡтарыңды мәңге онотмам.Һин ысын яҡшы атай булдың миңә.Белмәйем,әгәр тормош юлымда һин осрамаһаң, мин был бәхетле минуттарҙы кисерә алыр инем микән?Юҡтыр.Һинең сабырлығыңа,аҡылыңа,хәстәрлегеңә һәйкәл ҡуйырлыҡ.Бала саҡтан миңә терәк,таяныс булыуың өсөн рәхмәт.Мин һине яратам,хөрмәт итәм,атай,-тине лә шатлыҡлы күҙ йәштәре менән Таһирҙы ҡосаҡланы. Атай ҙа ҡыҙын ҡосағына алды. Был күренеш күптәрҙең күҙен йәшкә сыланы.

Таһирҙың да шатлыҡтан күңеле тулды.Булдыра алманы,күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Шул хәтлем татлы ине был күҙ йәштәре.

Ни сәсһәң-шуны урырһың, ти халыҡ мәҡәле.Сит кешенән яҡын кешегә әүерелеү -бөтә кешенең дә ҡулынан килмәй. Таһир өсөн был көн ғүмеренең иң бәхетле көнө булып иҫтә ҡалды.

АЙҺЫЛЫУ ЮНЫСБАЕВА

 

 

 

Үгәй атай
Үгәй атай
Автор:
Читайте нас в