Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Август , 15:00

Эскән килеш ҡабатлап руль артына ултырһаң...

Ағымдағы йылдың 17 авгусында Белорет район-ара суды тарафынан Бөрйән районында йәшәүсе 37 йәшлек ир кешегә ҡарата уның алкоголь ҡулланған килеш транспорт средствоһы менән идара итеү факты буйынса ҡуҙғатылған енәйәт эше ҡаралды.

Эскән килеш ҡабатлап руль артына ултырһаң...
Эскән килеш ҡабатлап руль артына ултырһаң...

2021 йылдың апрелендә хөкөм ителеүсе автомобиль менән алкоголь ҡулланып иҫергән хәлдә илара иткән өсөн 30 мең һум штраф түләү һәм йыл ярымға тиклем автомобиль менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителеү рәүешендә административ язаға йәлеп ителгән булған.

Ләкин ул үҙе өсөн тейешле һығымталарҙы яһамаған булған, күрәһең. Алкоголь ҡулланған килеш ҡабатлап руль артына ултырған өсөн енәйәт яуаплылығы  ҡаралғанын белә тороп, 2022 йылдың июнендә иҫерек хәлдә йәнә автомобиль менән идара иткән сағында юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре тарафынан туҡтатылған һәм автомобиль менән идара итеүҙән ситләтелгән.

Хөкөм ителеүсенең был ҡылыҡтары РФ Енәйәт Кодексының 264.1 статьяһының 1-се бүлеге буйынса квалификацияланды. Уның шәхесе тураһындағы мәғлүмәттәрҙе һәм ҡылынған енәйәттең күләмен иҫәпкә алып, суд уны 2 йылға тиклем транспорт средствоһы менән идара итеүгә бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм итеп, 150 сәғәтлек мәжбүри эштәр рәүешендәә яза тәғәйенләне.

2022 йылдың 19 авгусына ҡарата суд ҡарары законлы көсөнә инмәгән ине әле.

Г. Мөхәмәтшина, суд консультанты.          

 

Автор:
Читайте нас в