Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Август 2022, 17:00

Көлөп алайыҡ әле!

Һеҙҙең иғтибарға тәҡдим ителәсәк “Ленин бабай тиҙерәк уяныр әле”, “Вис әсәйгә әйтәбеҙ”, “Шым ғына шаулайбыҙ” тип исемләнгән ҡыҙыҡтар тормоштан алынды. Лаҡаптар шулай тыуалыр инде...

Көлөп алайыҡ әле!
Көлөп алайыҡ әле!

“Ленин бабай тиҙерәк уяныр әле”

...Бөгөн редакцияға бер таныш апай килеп инде.

Хәл-әхүәл һорашабыҙ.

-Бына йомош менән килдем әле. Ҡыҙым да, райцентрҙа йомошом бар, тей ине лә... Әй, уны уятҡанса, мавзолейҙағы Ленинды уятһаң, тиҙерәк килеп торор, тип киттем дә барҙым, - тип “хәл-әхүәлен” һөйләне.

Шул арала Ленин бабай ҡайҙан иҫенә төшөп тора, тиһең. Бер рәхәтләнеп көлөп алдыҡ.

*

“Вис әсәйгә әйтәбеҙ”

Әйткәндәй, бөгөн иртә йоҡоға бәйле ҡыҙыҡтар менән башланған икән.

Ватсаптағы “Курсташтар” чатына бер курсташыбыҙ:

“Ҡыҙым менән кейәүем эштә. Дүрт йәш ярымлыҡ һәм 2 йәш тә 8 айлыҡ ейәндәрем, ауырышҡас, городтағы балалар баҡсаһына йөрөмәйҙәр, миндә ҡалалар.

Иртәнге 5-тән тороп, 3 һыйырҙы һауып, ейәндәр килмәҫ борон һөтөн эш итә һалып ҡалайым, тип таңдан йүгергеләйем. Улар килһә, арттарынан ҡалмай эйәреп ҡарап, ашатып-эсереп, эштәргә өлгөрөп булмай.

Көндөҙ тегеләрҙе йоҡлатам тип ятһам, баш яҫтыҡҡа тейеү менән уларҙан алда йоҡлайым да китәм икән.

Теге ике бала мине уяталар. “Нимә йоҡлайың да китәң? Әле беҙгә әкиәт һөйләмәнең. Ищу хырылдайһың. Вис әсәйгә әйтәбеҙ”, тип янайҙар ишеү”, тип көлөп яҙған.

“Ҡурҡам әле һинән. Берүк гәзиткә яҙып ҡуйма мине”, тигән сәләме лә бар ине. Шуға, кешенең ышанысын аҡлап, гәзиткә яҙманым, интернетҡа ғына ҡуйҙым...  Хәйер, улайтып яҙыу журналист өсөн һөҙгәк үгеҙгә ҡыҙыл сепрәк күрһәтеү менән бер инде))) Иң мөһиме, исемеңде күрһәтмәнем, Рәфисә.

*

“Шым ғына шаулайбыҙ”

Хәйер, “тихий час”тураһында йәнә бер тарих ишеткәйнем. Бер бала: “Беҙ садикта тихий часта шым ғына шаулашабыҙ. Апайҙы уятмаҫ өсөн”, тигәс, әсәһе: “Нисек?”тип хайран ҡалған.

“Тихий час башланыу менән апай беҙҙе ҡарарға инә лә үҙе алдан йоҡлай ҙа китә. Шуға беҙ башта йоҡлаған булып шым ғына ятабыҙ ҙа, ул хырылдап тороп йоҡлап китһә, шым ғына шаярабыҙ”, тигән. Бына шулай, шым ғына шаулап та, шаярып та була икән.

Көлөп алайыҡ әле!
Көлөп алайыҡ әле!
Көлөп алайыҡ әле!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: