Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июль , 12:20

Сәскә йәнле

Сәскә яратмаған ҡатын-ҡыҙ бар микән был донъяла?! Үҙенә кемдер сәскә бүләк иткәнен яратмағандар юҡ, тип киҫеп әйтә алам, ә бына сәскә үҫтерергә яратыусылар иҫәбенә бар ҡатын-ҡыҙ инмәй...

Сәскә йәнле
Сәскә йәнле

Нәби ауылында йәшәүсе Рәйлә Насип ҡыҙы Һатыбалованың йәйғор төҫлө сәскәләре былтыр-эллекке йылдары йәйҙең-йәй буйы ауыл урамын йәмләне, быйыл, һауа торошона бәйле, аҙыраҡ ҡайтышыраҡ булһа ла, барыбер бында сәскә күңелле ханым йәшәүен телһеҙ-өнһөҙ бәйән итәләр.


- Сәскә, гөл үҫтерергә, ҡорама ҡорарға, сергетыштар эшләргә яратам мин. Был эштәрҙе әүәлдән яратып башҡарам. Ҡунаҡ саҡырһам, гел ҡорама түшәктәрҙе түшәйем. Ололар һөйөнөп, ҡалай матур, йәтеш, тип ҡайта. Ултырғыс түшәктәрен, башҡа ҡул эштәрен кешегә ихлас таратам, бүләк итәм.


14 йыл фермала һыйыр һауып, 13 йыл балалар баҡсаһында ут яғып, кер йыуҙым. Хәҙер буш ваҡыт та етәһе, күңел талабым да ҙур – ҡайҙа матур гөл, сәскә күрһәм, шуны үҫтерге, үрсетке килә”, - ти Рәйлә апай.


Таңатар ағай менән 4 балаға ғүмер һәм тәрбиә биргәндәр улар. Хәҙер инде 6 ейән-ейәнсәргә олатай һәм өләсәй булғандар.


Дүрт йыл әүәл бынамын тигән матур йорт төҙөп сыҡҡан Һатыбаловтар уға төкәтмә эшләп, газ үткәреп тә алғандар.


Эйе, сәскә генә шул был ғүмерҙәр – үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала. Әле генә яҙҙы ҡаршылап ҡыуанһаҡ,сәскәле йәйҙе лә урталаныҡ. Ғүмер көҙҙәренә лә ваҡыт елә генә. Ана шул ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, зауыҡ һәм матурлыҡҡа ынтылып ҡына ҡалмай, уларҙы тыуҙырып, булдырып йәшәү ҙә кешенең үҙенән тора. Рәйлә апай кеүек ауыл уңғандары, гүзәллеккә мәңге ғашиҡтар шулай итә лә инде – донъяһын гөл итеп көтә, биләмәһен ожмах баҡсаһына тиңләй!

Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас в