Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июль , 16:40

Тыуған яҡтан көс-дәрт алып

Ошо көндәрҙә редакцияға ҡояштай яҡты, нурлы йөҙлө ҡыҙ килеп инде. Кем тиһегеҙме? Ҡолғана ауылы һылыуы, моңло тауышы менән барыһын әсир иткән Башҡорт опера һәм балет театры артисы Гөлнара Вәлиева. Йәйге ялға ҡайтҡан Гөлнара тәбиғәтте һөйгән, уның хаҡында бик күп серҙәр белгән әсәһе Зиләрә Мөлөкова менән килгән. Йомош буйынса ғына ингән булһалар ҙа, улар менән аралашып та өлгөрҙөк.

Тыуған яҡтан көс-дәрт алып
Тыуған яҡтан көс-дәрт алып

- Бесәнгә төштөк. Бесәнде ҡул көсө менән эшләйбеҙ. Еләк йыя башлаһалар ҙа, Ҡолғана яҡтарында әле ныҡ бешеп етмәгән. Ваҡ ҡоштарҙың һайрауы ишетелә, кәкүк тә саҡыра. Тимәк ҡош балалары сығып өлгөрмәгән, улар сығыуға еләк тә бешә, - ти тәжрибәле, тәбиғәт ҡанундарын яҡшы белгән Зиләрә апай.

-Шүлгәнгә барып килдек. Ял булһа ла, яңы сезонға әҙерләнергә, яңы партиялар өйрәнергә кәрәк. “Садко” операһын ҡуйырға ниәтләгәнбеҙ. Ауылыма ҡайтып, төрлө эштәр эшләп, күңелемә ял алам, рухи яҡтан нығынам, баштағы кәрәкмәгән уйҙарҙан арынам, атай-әсәй янында иркәләнеп ҡалам, - ти Гөлнара.

Атаһы ҡыҙының ҡайтҡанын көтөп ала - Гөлнара ҡайтһа, бесән башлайҙар икән. Бына әле лә бесән эшләп, Бөрйәнгә йомошҡа сығыуҙары. Гөлнара эшен дә эшләй, ял да итә белә. Йәйге ваҡытын тыуған ауылы Ҡолғанала емеш-еләк йыйып, бесән эшләп, тәбиғәттә дарыу үләндәре йыйып үткәрергә, сәйәхәт итергә ярата.  

Халыҡ йырҙары менән Рәсәй ҡалалары, Мексика, Испания, Франция, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан кеүек сит ил сәхнәләренә сыҡҡан данлы ҡыҙыбыҙ тәбиғәт, тыуған ер көсөн тойоу өсөн урмандарҙа, тауҙарҙа йөрөргә әүәҫ.

Гөлнара Вәлиева – халыҡ-ара, Рәсәй, төбәк-ара, республика конкурстары лауреаты. 2016 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера труппаһы солисы булған ҡыҙ 2013 йылда Новосибирск ҡалаһында үткән М.В. Мясникова исемендәге I Бөтә Рәсәй вокалсылар конкурсында Гран-при яулай, 2014 йылда Мәскәүҙә Рәсәй Президен тының “Талантлы йәштәргә дәүләт ярҙамы тураһында”ғы Указына ярашлы үткәрелгән сараның лауреаты була, башҡорт халыҡ йырҙарын баш ҡа рыусыларҙың Сибайҙа үткән “Ирәндек моңдары” XII төбәк-ара конкурсында Гран-при ала, Нальчик ҡалаһында үткән вокалсылар ҙың Н. Гасташева исемендәге V Төньяҡ Кавказ асыҡ конкурсында I дәрәжә лауреат тип таныла. 2015 йылда Мексикала 5-се Бөтә донъя фольклориада фестивалендә сығыш яһай. Ошо уҡ йылда Ҡырғыҙстан Республикаһының баш ҡалаһы Бишкәктә – Ҡырғыҙс танда Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте һәм фәне көндәрендә, Өфөлә үткән IV Бөтә донъя баш ҡорттары ҡоролтайында сығыш яһай. Ошо уҡ йылда Южно уральскиҙа үткән “Южноуральск-Зальцбург” тип исемләнгән VII халыҡ-ара музыканттар фестивалендә I дәрәжә лауреат исемен яулай.

2015 йылда Бөрйән һандуғасы Өфөлә үткән ШОС һәм БРИКС саммиттарында мәртәбәле ҡунаҡтар алдында сығыш яһай. Бынан тыш, Гөлнара Карелия Республикаһының Петрозаводск ҡалаһында үткән Рәсәйҙең музыкаль вуздарын тамамлаусы вокалсыларҙың XXXXIII смотр-конкурсында лауреат исемен ала.

2016 йылда Өфөлә Заһир Исмәғилев исемендәге III халыҡ-ара музыкант-башҡарыусыларҙың конкурсы лауреаты була.

2017 йылда – “Башҡорт йыры” телевизион конкурсының Гран-при эйәһе, Нариман Сабитов исемендәге IX музыкант-башҡарыусыларҙың халыҡ-ара конкурсында III дәрәжә лауреат исемен яулай, Һарытауҙа үткән вокалсыларҙың XXXI халыҡ-ара Собинов фестивалендә II дәрәжә премияға лайыҡ була.

2018 йылда Өфөлә ойошторолған Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика вокалсылар конкурсының төп призы – Гран-при ҙа уға бирелә. 2019 йылда Ҡаҙағстандың Алматы ҡалаһында үткән Б. Түлегәнова исемендәге X халыҡ-ара вокалсылар конкурсының дипломанты булыуға өлгәшә.

 

 

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас в