Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июль , 09:05

Таңсулпан кино төшөргән

13 июлдә "Родина" кинотеатрында "Һуңғы туҡталыш" ҡыҫҡа метражлы фильмының премьераһы булды! Сценарий авторы һәм режиссеры Таңсулпан Рәсүл.Фильмдың төп геройы Бөрйән егете. Кем тиһегеҙме?

Таңсулпан кино төшөргән
Таңсулпан кино төшөргән

Ирек Ибраһимов. Бөгөнгө көндә ул Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең йәш һәм һәләтле артисы.

Киләһе герой - Гөлфинә Вәлиева. Ул бөгөнгө көндә, Урман хужалығы министрлығында яуаплы инженер булып эшләү менән бер рәттән "MISSBASH MODELS" модель агентлығы моделе һәм дирекцияһы ағзаһы. Был уңған һәм һәләтле һылыу, шулай уҡ, Бөрйән районынан.

Киләһе герой - Гөлфиә Рафиҡова. Ул М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы.

Фильмдың киләһе геройы - Ришат Сөләймәнов.

Ришатты күбеһе гитарист, "Nektoria" төркөмөнөң солисы булараҡ белә. Башҡорт бард фестивале "Ҡош юлы"ның ветераны, башҡортса роктың алыштырғыһыҙ музыканты булған Әбйәлил егете.

Таңсулпан Байтимерова үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә кино сәнғәтенә өйрәнеүе хаҡында барыһын да ҡыҙыҡлы итеп яҙып бара. Уҡыуы ла күңелле. Фильм геройҙары тураһында мәғлүмәттәр ҙә шунан алынды.

Булат Йосоповтың киномәктәбендә уҡып сыҡҡан йәш режиссер Таңсулпанға киләсәктә кино сәнғәтенең иң бейектәренә артылыуын теләйбеҙ!

Таңсулпан кино төшөргән
Таңсулпан кино төшөргән
Таңсулпан кино төшөргән
Таңсулпан кино төшөргән
Таңсулпан кино төшөргән
Таңсулпан кино төшөргән
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас в