Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июль , 17:30

Ендәр күсенгән

Ҡар өҫтөндә ята инек, бер заман тирә-яҡ шау-шыуға күмелде - сыбыртҡы шартлаған, һыҙғырған, ҡысҡырған тауыштар ишетелә башланы. Арыуҙан ҡолаҡҡа ишетеләлер тиер инең, икебеҙ ҙә ишетәбеҙ шул. Тауыштар килгән яҡҡа бара башланыҡ.

Ендәр күсенгән
Ендәр күсенгән

Ҡыш. Ул ваҡытта фермаларҙың гөрләп эшләгән сағы. Ферманан тура тыуған ауылыбыҙға ҡайтып килергә булдыҡ. Саңғыларыбыҙҙы алып иптәшем менән икәүләп юлға сыҡтыҡ. Саңғыла шәп китергә бигүк йәш тә түгелбеҙ, балалар ҙа үҫеп еткән. Бара бирәбеҙ ҙә ҡарға ятып ял итеп алабыҙ. Һыуһатһа, ҡар ашайбыҙ.

Бына көн кискә ауышты. Ҡар өҫтөндә ята инек, бер заман тирә-яҡ шау-шыуға күмелде - сыбыртҡы шартлаған, һыҙғырған, ҡысҡырған тауыштар ишетелә башланы. Арыуҙан ҡолаҡҡа ишетеләлер тиер инең, икебеҙ ҙә ишетәбеҙ шул. Тауыштар килгән яҡҡа бара башланыҡ. Арттарынан эйәреп ҡарайбыҙ, юл юҡ, үҙҙәре лә, эҙҙәре лә күренмәй.

Инәйем, ҡыҙыл эңерҙә йөрөмәгеҙ, тип әйтә торғайны. Ендәр күсенә тигәнде ишеткән бар ине, шул булды ахыры. Аҙаҡ белеүебеҙсә, ул тирә элек урыҫтарҙың ат тотҡан ерҙәре булған.

Ысынлап та аңлашылмаған күренештәр әҙәм балаһына осрап тора шул.

Бер ҡатындың һөйләгәндәренән Ә. Юлсурина яҙып алды.

 

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас в