Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июль , 17:10

Бәлә-ҡаза беҙҙе урап үтһен!

Бөгөн Күҙәмбәттә ҙур һәм етди сара үтте – районыбыҙҙа суицид булмаһын, аңһыҙ үлем халҡыбыҙҙы урап үтһен, Украиналағы махсус операция барышында ҡатнашыусы яҡташ егеттәр имен-аман үҙ нигеҙҙәренә әйләнеп ҡайтһын, халҡыбыҙ хәмер ҡоллоғонан сығып, иманға килһен, ғөмүмән, Бөрйәнебеҙгә иман , ҡот-бәрәкәт ҡайтһын, тигән матур ниәттәр менән ике ҡорбан салынып (ҡорбанды район хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңләхмәт улы Манапов һәм Илдар Торсонбаевтың менән уның иптәш егете Рөстәм Сәғит улы салдырҙы), йәмәғәт ҡорбан итенән әҙерләнгән тәмле былау менән һыйланды.

Бәлә-ҡаза беҙҙе урап үтһен!
Бәлә-ҡаза беҙҙе урап үтһен!


Табын өлөшөнән алда район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары В.Вәлиева, район үҙәк дауаханаһының баш табибы И.Фәтҡуллин, ЗАГС бүлеге мөдире Г.Дауытова, район ветерандар советы рәйесе О.Ғәлиев, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Р.Салауатова, районыбыҙҙың имам-мөхтәсибе Х.Зариповтарҙың суицид һәм уға ҡаршы күмәк көс менән эш, халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыу, тәрбиә һәм әхләҡ темаһына бай йөкмәткеле сығыштары булды. Хәсән хәҙрәт етәкселегендә халыҡ районыбыҙҙа үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар булмаһын, халыҡ иманға ҡайтһын, тип доға ҡылынды.
Балалар һәм ололар өсөн район хакимиәтенең йәштәр һәм спорт бүлеге, “ Мәсем” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы төрлө мауыҡтырғыс спорт уйындары үткәрҙе.

Бәлә-ҡаза беҙҙе урап үтһен!
Бәлә-ҡаза беҙҙе урап үтһен!
Бәлә-ҡаза беҙҙе урап үтһен!
Бәлә-ҡаза беҙҙе урап үтһен!
Бәлә-ҡаза беҙҙе урап үтһен!
Бәлә-ҡаза беҙҙе урап үтһен!
Бәлә-ҡаза беҙҙе урап үтһен!
Бәлә-ҡаза беҙҙе урап үтһен!
Бәлә-ҡаза беҙҙе урап үтһен!
Бәлә-ҡаза беҙҙе урап үтһен!
Бәлә-ҡаза беҙҙе урап үтһен!
Бәлә-ҡаза беҙҙе урап үтһен!
Бәлә-ҡаза беҙҙе урап үтһен!
Бәлә-ҡаза беҙҙе урап үтһен!
Бәлә-ҡаза беҙҙе урап үтһен!
Бәлә-ҡаза беҙҙе урап үтһен!
Бәлә-ҡаза беҙҙе урап үтһен!
Бәлә-ҡаза беҙҙе урап үтһен!
Бәлә-ҡаза беҙҙе урап үтһен!
Бәлә-ҡаза беҙҙе урап үтһен!
Бәлә-ҡаза беҙҙе урап үтһен!
Автор:Айһылыу Ғарифуллина
Читайте нас в