Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июль , 10:30

Ил өҫтөндә ниҙәр бар?

Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 51 протокол төҙөлгән.

Ил өҫтөндә ниҙәр бар?
Ил өҫтөндә ниҙәр бар?

Демография
Үткән аҙнала ра-йонда 2 сабый донъяға килгән. 4 ғаилә никахын законлаштырған. Айырылышыуҙар булмаған. 7 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.

01 хәбәр итә
Аҙна тыныс үткән, янғын осраҡтары теркәлмәгән.
Ут сығыу осрағына шаһит булһағыҙ, 112, 101 һандары буйынса был турала хәбәр итергә ашығығыҙ.

02 хәбәр итә
Июлдең 1-енән 7-һенә тиклем район буйынса 33 енәйәт һәм хоҡуҡ боҙоу теркәлгән. Улар иҫәбендә сит мөлкәткә зыян килтереү (1), урлашыу (2), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (5), дауаханаға оҙатыу (1), ғаилә низағы (1), үҙ-үҙенә ҡул һалыу (2), мутлашыу (1) һ. б. бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 51 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 38. Ике кеше эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.

Автор:Гөлүзә ХАФИЗОВА.
Читайте нас в