Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июль , 12:00

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Июнь айында 4 янғын булған.Хөрмәтле райондаштар! Ут сығыу осрағына шаһит булһағыҙ, 112, 101 һандары буйынса был турала хәбәр итергә ашығығыҙ.

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?
ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Демография
Июндең 1-енән 29-ына тиклем районда 18 сабый тыуған, 10 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 6 ғаилә никахын тарҡатҡан. 16 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.

01 хәбәр итә
Июнь айында 4 янғын булған.
Хөрмәтле райондаштар! Ут сығыу осрағына шаһит булһағыҙ, 112, 101 һандары буйынса был турала хәбәр итергә ашығығыҙ.

02 хәбәр итә
Июндең 22-һенән 30-ына тиклем район буйынса 56 енәйәт һәм хоҡуҡ боҙоу теркәлгән. Улар иҫәбендә үҙ-үҙенә ҡул һалыу (1), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (4), законһыҙ ағас ҡырҡыу (1), урлашыу (1), дауаханаға мөрәжәғәт итеү (4), сит мөлкәткә зыян килтереү (2), ғаилә низағы (4), зыян күреүселәр булған юл-транспорт ваҡиғаһы (1), документтар юғалтыу (2) һ.б. бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 76 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә - 69. Эскән килеш руль артына ултырыуҙың 1 факты теркәлгән.

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас в