Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июль , 12:00

Бөрйәндәр ҡайҙа ла һынатмай

Беҙҙең бөрйәндәр ҡайҙа ла һынатмай торған халыҡ инде ул – уҡыған, хеҙмәт иткән, донъя ҡорған ерҙәрендә кесе Ватанын онотмай, уның бәҫен, данын арттырып, үр артынан үр яулайҙар.

Бөрйәндәр ҡайҙа ла һынатмай
Бөрйәндәр ҡайҙа ла һынатмай

Иҫке Собханғол ҡыҙы Хәлимова Маргарита Рәис ҡыҙы ла – ошо теҙмәлә.

Туған мәктәбендә белем нигеҙҙәрен үҙләштергәс, 1994-1996 йылдарҙа Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернатта уҡый Рита.

Бәләкәйҙән медик булам тип хыялланған ҡыҙ 2002 йылда - Башҡорт дәүләт медицина университетын, 2003 йылда вуздың табиптарҙы камиллаштырыу факультетының (ФУВ) дипломдан һуңғы белем биреү институты кафедраһында (ИПО) “Акушерлыҡ һәм гинекология” специальносына интернатура тамамлай.

Бөрйән ҡыҙы медицина өлкәһендә 20 йыл тир түгә – “Персонамед” персоналаштырылған медицина клиникаһында һәм “Профилактика медицинаһы” күп функциялы медицина үҙәгендә (ММЦ) эшләй.

Бер урында тапаныу ят уға – 2020 йылда Маргарита PreventAge превентив һәм йәшкә ҡаршы (антивозрастная) медицинаның халыҡ-ара институтын тамамлай.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең (1 июль) 26-сы һанында уҡығыҙ.

Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас в