-Автобусҡа ултырғандан мыжый башланы. Йә һауа етмәй уға, йә өшөй. Кешеләрҙең һөйләшкәне лә оҡшамай. Йырлай башлағайныҡ, бөтөнләй ене ҡупты. Юл буйы тәҙрәне бер астырып, бер яптырып, автобусты туҡтатып аптыратты.
Бынау ҡатын һымағыраҡ булған, күрәһең...
...Ресторанда ултырған оло ғына йәштәге ханым официантты саҡырып, тауышы көслө, тип кондиционерҙы шымыраҡ итергә ҡуша.
-Бер секунда! Хәҙер!
Бер нисә минут үтеүгә ханым меню ҡағыҙын алып, веер һымаҡ итеп үҙен елләтә башлай һәм официантты саҡырып:
-Зинһар өсөн, кондиционерҙы көслөрәк итегеҙ әле, - ти.
-Бер секунд!
Биш минут та үтмәй, ханым тағы ҡысҡыра башлай:
-Ҡот осҡос! Бында ҡалай һыуыҡ ул. Мин ҡалтырайым, өшөйөм! Кондиционерҙы кәметегеҙ!
-Хәҙер! Бер секунд!
Күрше өҫтәл артында ултырған уҙаман официантты саҡырып:
-Бер туҡтауһыҙ йүгергеләп, кондиционерҙы үҙгәртеп йөрөү һеҙҙең нервығыҙға теймәйме ул? - тип һорай.
-Абсолютно – юҡ! Сөнки беҙҙең ресторанда бер ниндәй ҙә кондиционер юҡ!
Эйе, ҡайһы саҡ беҙ проблеманың үҙебеҙҙең эсебеҙҙә икәнен аңламай, ғәйепте ситтән эҙләйбеҙ һәм үҙебеҙгә оҡшаған урындан тапҡандай булабыҙ. Теге автобустағы ҡатын да үҙен үтә яратыуы, эгоистлығы арҡаһында башҡаларҙың ғына түгел, үҙенең дә ялын юҡҡа сығарғанын аңланымы икән?..
Ҡайһы саҡ сабыр тигән нәмәне лә онотмаҫҡа кәрәклекте аңлар йәштә лә бит. Сөнки автобустағы һәр кем үҙенең шарттарын көҫәй башлаһа, нимә килеп сығыр ине икән?