Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июнь , 09:35

Барыһына ла “ҡояш” булырға тырышыу кәрәкме? йәки Үҙеңде түбән баһалағанды нисек белергә?

Ул әллә ни күренеп бармай. Кеше һәүетемсә генә йәшәйме - йәшәй. Үҙе был хаҡта борсолмауы ла ихтимал. Түбәндәге һыҙаттар тап килһә, уйланырға урын бар:

Барыһына ла “ҡояш” булырға тырышыу кәрәкме? йәки Үҙеңде түбән баһалағанды нисек белергә?
Барыһына ла “ҡояш” булырға тырышыу кәрәкме? йәки Үҙеңде түбән баһалағанды нисек белергә?


-Яратмаһа ла, аҡсаһы әҙ булһа ла, өйрәнелгән эшенән китмәй;

-Тормош иптәшенең, башҡаларҙың насар мөнәсәбәтенә түҙә;

-Үҙе эшләй алғанды анһат ҡына нәмә тип һанай;

-Маҡтағанды яратмай, уңайһыҙлана, әллә ниҙәр менән яуап бирерҙәй була;

-Хеҙмәте өсөн аҡса алмай йәки бик түбән хаҡ ҡуя;

-Юҡҡа ғына ла үҙен ғәйепле итеп тоя;

-Кешеләргә һәр яҡлап та яраҡлашырға, оҡшарға тырыша;

Үҙен тейешенсә баһалаған кеше яратҡан ғына эшендә эшләй, яратҡан ғына кеше менән йәшәй, барыһына ла "ҡояш" булырға ынтылмай...

Килешәһегеҙме?

(Психолог Гөлсинә Йосопованың сәхифәһенән).

Автор:
Читайте нас в