Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июнь 2022, 17:25

Яҡтылыҡтан тыуа яҡшылыҡ

Тимер ауылында тыуып, әлеге көндә Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе атайым Аллабирҙин Дамир Зиннәт улы хаҡында был яҙмам. Кәбирә һәм Зиннәт Аллабирҙиндар 12 балаға ғүмер бүләк итеп, тәрбиә биреп үҫтергәндәр. Ишле ғаиләләге етенсе бала булған атайым 1962 йылдың йәмле июнь айында донъяға килгән. Кем итеп уны һеҙгә танытырға?

Яҡтылыҡтан тыуа яҡшылыҡ
Яҡтылыҡтан тыуа яҡшылыҡ

Ул – үҙ ерен ҡурсалаусы, тәбиғәткә, тыуған еренә бөтмәҫ-төкәнмәҫ мөхәббәт тойғоһо кисереүсе, ошо ерлектең нигеҙен, тамырын тергеҙеүсе ир-уҙаман. Ҡасан ғына өйгә ҡайтып инмә, ҡағыҙҙарға күмелеп, ҡолағына телефонын терәп, атайым компьютеры артында үҙ эше менән мәшғүл. Ҡыҙыҡһынып, янына ашығам: теге тарихын яҙып бөткәнме, әле икенсеһенә тотонғанмы... Ижад бит, башыңа килдеме, йә булмаһа ишеттеңме, уны аҡ ҡағыҙға йәһәтләп төшөрөргә генә ҡала. “Таң” гәзитенә сираттағы мәҡәләһен әҙерләй икән был юлы. Атайымдың һәр мәҡәләһе – ҙур бер тарих.


Хеҙмәт ветераны Дамир Зиннәт улының дөйөм эш стажы – 42 йыл, шуның эсенән педагогик стажы - 37 йыл.


Мәктәптә урта белем алғандан һуң, Күмертау педагогия училищеһында физкультура уҡытыусыһына уҡып сыға. 1985 йылда Ғәлиәкбәр урта мәктәбенә юллама алып, уҡытыусы эшен башлай. Ойоштора белеү һәләтен күреп, күп тә үтмәй, уны уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары итеп ҡуялар.


1994 йылда тарих дәрестәрен уҡытырға ала ла, Башҡорт дәүләт университетының тарих бүлегенә ситтән тороп уҡырға инә. 1995 йылдан алып 10 йыл мәктәп директоры вазифаһын башҡара. Үҙ эшенә яуаплы, намыҫлы ҡараған Дамир Зиннәт улы мәктәпте төҙөкләндереүгә күп көс һала. Ғәлиәкбәр урта һәм Үрге Нөгөш башланғыс мәктәптәрен төҙөү эштәрен атҡарып сыға. Мәктәп базаһын ДТ-75 тракторы, «Беларусь-82», уазик, ГАЗ-66 автобусы һәм трактор агрегаттары: трактор арбалары, һабан менән тулыландыра.


Тарих һәм йәмғиәт фәндәре уҡытыусыһы булып әлеге көнгәсә эшен дауам итә. Үҙенең уҡыусылары менән ғорурланып, уларҙың эштәрен барлай: район, республика, бөтә Рәсәй кимәлендә үткән конкурс-олимпиадаларҙа урындар яулағандар, шулай уҡ төрлө конференцияларҙа сығыш яһағандар. Бер нисәүһе шул эштәрҙе дауам итеп, әле лә уҡытыусыһына килеп кәңәш ала.


Ул уҡыусыларына Ватан-ға, ергә  ҡарата һөйөү, һаҡсыл ҡараш тыуҙырыу, ватансылыҡ, арҙаҡлы шәхестәре менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү, эстетик тәрбиә биреү маҡсатында эш алып бара. Методик эше лә ошо темаға бәйле.


“Тыуған яҡты өйрәнеү музейы” уҡыу программаһын төҙөп, дәреслеккә индерә, музей дәрестәрен дә уҙғара. “Эҙәрмәндәр” түңәрәген етәкләй.


1990 йылда уҡ уға «Өлкән уҡытыусы» исеме бирелгән.


Боронғо кәсепселекте тергеҙеү, юғалып барған-дары өҫтөндә эшләү ҙә уның ҡыҙыҡһыныуҙары иҫәбендә. Мәҫәлән, йылҡысылыҡ, солоҡсолоҡ кәсептәренең беҙҙең районда отошло тармаҡ икәненә инандыра. Үҙе лә ат тота, ҡортсолоҡ менән дә шөғөлләнә.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 17 июнь һанында уҡығыҙ.

Автор:Нәркәс Нурғәлина, уҡытыусы.
Читайте нас: