+15 °С
Болотло
Әҡлимәнән “Таң” ға яҙылыу буйынса эстафетаны ҡабул итеп алыусы Таңһылыу Сәхәүетдинова (Ишназарова) – Байназар ауылы ҡыҙы.
Хәҙер Ҡыйғы районы үҙәгендә йәшәй. Тормош юлдашы менән бына тигән береһенән-береһе һылыу 6 ҡыҙ үҫтерәләр.
Әлеге ваҡытта Дыуан күп профилле колледжының Үрге Ҡыйғылағы филиалы етәксеһе булып эшләүсе Таңһылыу уҡыусы сағында бик матур шиғырҙар ҙа яҙа ине.
Ҡырҙа йәшәһәләр ҙә, тыуған төйәктәрен, Бөрйәндәрен онотмай, уның тормошо тураһында хәбәрҙар булып торорға ынтылыусы рухлы, илһөйәр, телһөйәр яҡташтарыбыҙға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ һәм үҙҙәренә, ғаиләләренә именлек, бәрәкәт теләйбеҙ!
Әйткәндәй, иртәгә “Таң”ға ташламалы хаҡ менән яҙылыуҙың һуңғы көнө. Өлгөрөп ҡалығыҙ!