Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июнь 2022, 08:20

Бөрйәндәр төлкөнән дә хәйләкәрерәк! Йәки япондарҙың төлкөгә ҡаршы сара уйлап тапҡаны

Бөрйән районының Яңы Мөсәт ауылына осрашыуға барғанында билдәле яҙыусы, шағирә Миләүшә Ҡаһармановаға ошо серҙе асҡандар.

Бөрйәндәр төлкөнән дә хәйләкәрерәк! Йәки япондарҙың төлкөгә ҡаршы сара уйлап тапҡаны
Бөрйәндәр төлкөнән дә хәйләкәрерәк! Йәки япондарҙың төлкөгә ҡаршы сара уйлап тапҡаны

Миләүшә бына нимәләр яҙа:

“Яңы Мөсәт ауылы апайҙары һөйләүенсә, ауылдарына төлкө өйөрө (ғаиләһе) эйәләшеп алған да, ҡош-ҡортона үрсергә бирмәй икән. Таң атыуға йә был, йә теге хужалыҡтың тауыҡтарына төшә. Эт тә, тоҙаҡ та ҡотҡара алмай. Төлкөнө бушҡа төлкө тимәгәндәрҙер инде шул, бөтөн хәйләнән дә хәйләкәрерәк, ти, үҙе. Шулай ҡаңғырғанда, бер йоморо баш апай юлын тапҡан: аҙбарҙары яғына радио һуҙҙыртҡан да, төн төшөүгә “Юлдаш”ты тоҡандырып ҡуя ла, иртәнсәккә һүндерә икән.

Төлкөләр: “Ныу был тауыҡтар, йоҡламай бит, төнө буйы геүләшеп-йырлашып байрам итәләр”, тип яҡынлай алмай йөрөйҙәр микән?”

Үәт! Шунан япондарҙы (Яңы мөсәт ауылы кешеләрен шулай тип йөрөтәләр) башһыҙ тип ҡара?

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас в