Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июнь , 08:50

ПФР балалар пособиеһын һәм йөклө ҡатын-ҡыҙҙар өсөн пособиены арттыра

1 июндән, йәшәү минимумы индексацияланыу менән бәйле, ғаиләләргә ай һайын түләнә торған бер нисә пособиеның күләме арта – улар тулы һәм тулы булмаған әҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе 8 йәштән 17 йәшкә тиклем балаларға, йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға түләүҙәр.

ПФР балалар пособиеһын һәм йөклө ҡатын-ҡыҙҙар өсөн пособиены арттыра
ПФР балалар пособиеһын һәм йөклө ҡатын-ҡыҙҙар өсөн пособиены арттыра

Пособиеларҙың суммаһы яңы йәшәү минимумынан сығып иҫәпләнә. Башҡортостанда, мәҫәлән, ул 12 110 һум. Ә йөклөлөктөң иртә срогында иҫәпкә торған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн  6600 һум тәшкил итә.

8-16 йәшлек балаларҙың ата-әсәләре, уларға тәғәйенләнгән пособие суммаһына ҡарап (50, 75 йәки 100 процентмы), июндән айына 5 873,50 һум, 8 810,25 һум йәки 11 747 һум ала башлаясаҡ.

Әле республикала 8 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар өсөн 95 мең ата-әсәгә, шулай уҡ йөклөлөктөң иртә срогында иҫәпкә торған 8 мең буласаҡ әсәгә пособие тәғәйенләнгән.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас в