Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Май , 12:00

Ял көндәрендә республикала 25 градусҡаса йылыта

Ял көндәрендә Башҡортостанда 25 градусҡаса йылыта, тип фаразлай синоптиктар.

Ял көндәрендә республикала 25 градусҡаса йылыта
Ял көндәрендә республикала 25 градусҡаса йылыта

Башгидромет хәбәр итеүенсә, 27 майҙа көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ көнбайышта бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡтан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә, урыны менән секундына 16 метрға етеүе ихтимал.

Һауа температураһы көндөҙ +15, +20 градус.

Шәмбе синоптиктар төндә урыны менән, көндөҙ республика буйынса ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен вәғәҙәләй. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ айырым райондарҙа көсәйеүсән.

Һауа температураһы төндә +5, +10 градус, көндөҙ +16, +21 градус.

Йәкшәмбе урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын.

Һауа температураһы төндә +7, +12 градус, көндөҙ +20, +25 градус.

Автор:Источник: http://www.bashinform.ru/news/
Читайте нас в