Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Май , 15:00

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Бер кеше эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?
ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Демография
Үткән аҙала районда 6 сабый донъяға килгән. Бер ғаилә никахын законлаштырған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер ғаилә тарҡалған. 3 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.

01 хәбәр итә
Аҙна тыныс үткән, янғын осраҡтары теркәлмәгән.

02 хәбәр итә
Майҙың 20-һенән 26-һына тиклем район буйынса 42 енәйәт һәм хоҡуҡ боҙоу теркәлгән. Улар иҫәбендә урлашыу (1), законһыҙ ағас ҡырҡыу (2), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (2), үҙ-үҙенә ҡул һалыу (2), ғаилә низағы (1) һәм башҡалар бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарфынан 93 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 76. Бер кеше эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас в