Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Май , 09:30

Эш һөйгәнде ил һөйәр

Китапханаларҙың эшмәкәрлеге йәмғиәттең иғтибарын әҙәбиәткә йәлеп итеүгә, гәзит-журналдарға, китаптарға ҡыҙыҡһыныу уятыуға йүнәлтелгән.

Эш һөйгәнде ил һөйәр
Эш һөйгәнде ил һөйәр

Район үҙәк китапханаһы хеҙмәткәре Сәлимә Ишдәүләтова 25 йылға яҡын яратҡан һөнәренә тоғро.

-Китапханала йыл дауамында яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың, билдәле шәхестәрҙең юбилейҙарына, шулай уҡ исемле һәм иҫтәлекле даталарға күргәҙмәләр эшләйбеҙ. Яңы килгән китаптарҙы тәүҙә үҙем уҡырға тырышам, кешегә тәҡдим итер алдынан йөкмәткеһен дә беләһе килә. Яҙыусылар, шағирҙар тураһында төрлө сығанаҡтарҙан йыйып, папкалар эшләйбеҙ. Беҙҙең был хеҙмәтебеҙ студенттарға, уҡытыусыларға ярҙам итә.


Республика, район күләмендә үткәрелгән флешмобтарҙан, акцияларҙан ҡалғаныбыҙ юҡ. Әлеге көндәрҙә “Китапхана төнө” тигән сараға әҙерләнәбеҙ.


“Ғаилә менән китапханаға” акцияһын йыш үткәрергә тырышабыҙ. Ата-әсәләр, өләсәйҙәр балалары менән ҡатнаша, уларҙың китапҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныуы барлыҡҡа килә.


Китапханаға ылыҡтырыу ниәтенән оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар өсөн фитнес клуб алып барам.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитненең 27 май һанынан уҡығыҙ.

Автор:Ә. ЮЛСУРИНА.
Читайте нас в