Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Май , 09:30

Бөгөн - китапханасылар көнө

Хөрмәтле китапхана хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайым!

Бөгөн - китапханасылар көнө
Бөгөн - китапханасылар көнө

Беҙҙең районда китапханалар селтәре уңышлы ғына эшләп килә, үҙ һөнәренең оҫталарын туплаған өлкә йәмғиәтебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө булып тора. Бигерәк тә хәҙерге заманса технологиялар киң үҫеш алған ваҡытта китапханаларҙың абруйын төшөрмәү, китап уҡыусыларҙы әүҙемерәк йәлеп итеү өсөн ҙур көс һалырға тура килә.
Китап – белем шишмәһе тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Кеше белем өҫтәү өсөн генә түгел, ә рухи яҡтан үҫер өсөн дә уҡырға тейеш. Был йәһәттән барлыҡ райондаштарҙы әүҙем булырға саҡырам.
Һөнәри байрамығыҙ айҡанлы Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эшегеҙҙә уңыштар һәм китап уҡыусыларҙың күберәк булыуын теләйем.

Автор:Ғ. МАНАПОВ, район хакимиәте башлығы.
Читайте нас в