Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Май , 10:50

Путин пенсияны һәм МРОТ-ты арттырыуҙы раҫланы

  Рәсәй Президенты эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсияһын, минималь эш хаҡы күләмен һәм йәшәү минимумын 1 индексациялауҙы раҫланы. Нисә процентҡа, тиһегеҙме?

Путин пенсияны һәм МРОТ-ты арттырыуҙы раҫланы
Путин пенсияны һәм МРОТ-ты арттырыуҙы раҫланы

10 процентҡа индексацияланасаҡ.

Пенсия һәм йәшәү минимумы 1 июндән артырға тейеш. Илдә йәшәү минимумы уртаса 12 919 һумға еткерелә. МРОТ 1 июлдән арта — ил буйынса уртаса 15 278 һумға тиклем. Йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙә инфляция 15% артмаҫ, тип билдәләне президент.

Бынан тыш, дәүләт башлығы хәрби һөнәрен һайлаған балалы ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙамды икеләтә арттырырға вәғәҙә бирҙе — ул 30 000 һумдан ашыу була.

Владимир Путин март уртаһында минималь эш хаҡын һәм йәшәү минимумын арттырыу, пенсияны, бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе индексациялау буйынса саралар тәҡдим итергә ҡушҡайны. «Хаҡтарҙың артыуы халыҡтың килеменә йоғонто яһауын аңлайым, шуға күрә яҡын арала бөтә социаль түләүҙәрҙе арттырыу буйынса ҡарар ҡабул итербеҙ. Йәнә ҡабатлайым: хатта шундай ҡатмарлы хәлдә лә йыл йомғаҡтары буйынса беҙгә ярлылыҡ һәм тигеҙһеҙлек кимәлен кәметергә кәрәк», — тине Президент.

"Башинформ"дан.

Автор:
Читайте нас в