Йәмғиәт
21 Мая 2022, 13:05

Ырғыҙлылар бәлеш байрамы үткәргән

Йыл да район күләмендә ойошторолған "Халҡыбыҙҙа матур йолалар бар" фольклор байрамы сиктәрендә Ырғыҙлыла "Бәлеш байрамы" үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ырғыҙлылар бәлеш байрамы үткәргәнЫрғыҙлылар бәлеш байрамы үткәргән
Ырғыҙлылар бәлеш байрамы үткәргән

Байрамға оло йәштәгеләр менән бер рәттән әсәйҙәренән күреп бешерергә өйрәнгән бәләкәс уңған ҡыҙҙар ҙа ҡатнаштылар. Бәлештең ниндәй генәһе юҡ ине... Һәр хужабикәләр үҙҙәренең бешергән бәлештәренең рецебы менән бүлештеләр һәм бешергән тәмлекәстәрен яҡлап сығыш яһанылар. Сара ваҡытында Фәниә апай бәлеш бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе лә күрһәтергә өлгөрҙө. Ауылдың йәме булып мәҙәни сараларҙа ҡатнашып йөрөгән ауылдың дәртле апайҙарына рәхмәт һүҙҙәрен әйтәбеҙ. Бәлеш байрамына әҙерләнеп килгән ауылдаштарына мәҙәниәт йорто художество етәксеһе Күсәпова Гөлнара иҫтәлекле бүләктәр ҙә әҙерләгән.
Шулай уҡ "Йәншишмә" балалар фольклоры "Хазина" балалар фольклоры фестиваленә өлкәндәр менән берлектә халыҡ уйындарын күрһәттеләр. Фольклор байрамы ойошҡанлы ғына барҙы.

Ырғыҙлылар бәлеш байрамы үткәргән
Ырғыҙлылар бәлеш байрамы үткәргән
Автор:Гулиза Хафизова