Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Май 2022, 10:00

Берлектәр берҙәмлек күрһәтте

Мәсет, мәсет, тей торғас, ниһәйәт, боҙ урынынан ҡуҙғалды, ахыры.

Берлектәр  берҙәмлек күрһәтте
Берлектәр берҙәмлек күрһәтте

Һәр йыйылыш һайын, төҙөлөш материалы бирҙек, тинеләр. Ләкин осо-ҡырыйы күренмәне. Халыҡ инде ышанмай ҙа башлағайны. Имам-хатиб Ҡорбанғәле ағай Ҡасҡынбаев, староста Рауил Өмөтҡолов, депутатыбыҙ Әхәт Әбдрәхимов, ауыл хакимиәте ярҙамы менән мәсет урыны таҙаланып, әҙерләнеп ҡуйылды.


Бөтә ауыл ҡубып сыҡты, аллаға шөкөр. Ҡатын-ҡыҙҙар, ағинәйҙәр урамды, һыу буйҙарын, зыяратты таҙарттылар. Ир-егеттәрҙең бер өлөшө мәсет урынын, икенселәре зыяраттың эсен тәртипкә килтерҙе. А. Бирҙекәева, Р. Уразаева, Г. Сәйәхова, Ә. Дауытова, З. Кинйәбулатова, ағинәйҙәр, депутатыбыҙ һуйҙырған ҡорбан итенән аш әҙерләп, өмәселәрҙе һыйланылар.

Техникалы ир-егеттәр С. Зәйнәғәбдинов, Т. Әхмәтов, И. Бирҙекәев, Р. Уразаев, И. Фәйзуллин, А. Хәсәнов, Р. Өмөтҡолов, И. Ҡыуандыҡов, В. Ғәлиуллин дәррәү ҡатнаштылар.


Берҙәмлектә - көс, башлаған эш - бөткән эш. Ағинәйҙәр, ауыл халҡы әҙләп булһа ла хәйер-саҙаҡаһын йыйып бара. Маҡсат иткән ниәттәребеҙгә ирешергә яҙһын.

Автор:Г. ҺЫРЛЫБАЕВА.
Читайте нас: