Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Май 2022, 08:40

Оҙайлы ямғырҙың серен асҡандар

Ҡунаҡтың да ҡәҙере өс көн... Ямғырҙы әйтәм, бигерәк әрһеҙ ҡунаҡ булып сыҡты – ҡайтыр юлын онотто. Хәйер, был оҙайлы ямғырҙарҙың сере асылған бит. Был турала – артабан.

Оҙайлы ямғырҙың серен асҡандар
Оҙайлы ямғырҙың серен асҡандар

Баймаҡта йәшәүсе Бөрйән ҡыҙы Гүзәл Мурзаеваның хәләл ефете асҡан бының серен...

Гүзәл яҙа:

“Иремә әйтәм:

-Борон заманғы һымаҡ, ивет, болот күрендеме - ямғыр яуа, - тейем.

- Ямғыр сит илдә йөрөгән булғандыр ул, санкция иғлан ителгәс, ҡайттылар инде - булды яуап

Көлөрһөңмө, иларһыңмы...”

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: