Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Май 2022, 14:00

Ил өҫтөндә ниҙәр бар?

3 кеше эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.

Ил өҫтөндә ниҙәр бар?
Ил өҫтөндә ниҙәр бар?

Демография
1 майҙан 18 майға ҡәҙәр районда 8 сабый тыуған. 1 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 6 пар никахын тарҡатҡан, 7 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.

01 хәбәр итә
Аҙна тыныс үткән.
Ҡәҙерле райондаштар! Әгәр ҙә ут сығыу осрағына шаһит булһағыҙ, 101 һәм 112 номерҙары буйынса хәбәр итергә ашығығыҙ.Иҫән-имен булайыҡ.

02 хәбәр итә
Ағымдағы йылдың 11 майынан 18 майына тик-лем район буйынса эске эштәр бүлексәһендә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 30 мөрәжәғәт теркәлгән.


Улар иҫәбендә законһыҙ ағас ҡырҡыу (1), сит бинаға үтеп инеү (1), урлашыу (1), шәхси документтар юғалтыу (3), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (1), алкоголь продукцияһын законһыҙ һатыу (1), мөлкәт-хужалыҡ бәхәсе (1), ғаилә низағы (1), сит мөлкәткә зыян килтереү (1), һыуҙағы биологик ресурстарҙы законһыҙ аулау (1), үҙ-үҙенә ҡул һалыу (1) һәм башҡалар бар.


Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 81 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 64. 3 кеше эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: