Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Май 2022, 15:00

Бәлиғ булмағандар ҙа яуапҡа тарттырыла

Бәлиғ булмағандар ҙа күмәк кеше ҡатнашлығындағы тәртип боҙоуҙарҙа ҡатнашҡан өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығына тарттырылырға мөмкин.

Бәлиғ булмағандар ҙа яуапҡа тарттырыла
Бәлиғ булмағандар ҙа яуапҡа тарттырыла

Бәлиғ булмағандарҙың ҡануниәткә ҡаршы тәртибе һәр саҡ дәүләт власы һәм йәмғиәттә борсоу һәм хәүеф тыуҙырҙы.


Был бигерәк тә һуңғы осорҙа, үҫмерҙәрҙе күп кеше ҡатнашлығындағы санкцияланмаған акцияларға әүҙем йәлеп итеүсе деструктив субъекттарҙың эшмәкәрлеге әүҙемләшкән мәлдә, киҫкен тора. Айырым осраҡтарҙа бындай саралар конституцияға ҡаршы килгән демонстрациялар, йәмәғәт тәртипһеҙлектәрен провокациялау һәм граждандарҙың хоҡуҡ һәм мәнфәғәтен боҙоуға килтерә.


Ошоға бәйле үҫмерҙәргә һәм уларҙың законлы вәкилдәренә иҫкәртеү мөһим – бәлиғ булмағандар ҙа административ һәм енәйәт яуаплылығына тарттырыла ала.

Тәүҙә шуны билдәләп үтер кәрәк – нисә йәштән административ һәм енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған?


РФ административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексының 2.3 статьяһына (артабан – КоАП РФ) ярашлы, административ яуаплылыҡҡа тарттыра торған түбәнге кимәл – 16 йәш. Һәм, РФ Енәйәт кодексынан айырмалы рәүештә, административ ҡануниәттә был ҡағиҙәгә бер ниндәй иҫкәрмә юҡ.


Дөйөм ҡағиҙә буйынса енәйәт яуаплылығы 16 йәштән инә. Шуның менән бергә, РФ Енәйәт кодексының 20-се статьяһының 2-се өлөшөндә һаналып киткән енәйәттәр өсөн был яуаплылыҡ 14 йәштән дә инергә мөмкин.Ошондай иҫкәрмәләр исемлегенә терроризм акты тураһында күрәләтә ялған мәғлүмәт биреү (207-се статья), күп кеше ҡатнашлығындағы тәртип боҙоуҙарҙа ҡатнашыу (212-се статьяның 2-се бүлеге), ауыр эҙемтәләргә килтергән хулиганлыҡ (213-сө статьяның 2-се,3-сө бүлеге), вандализм (214-се статья) һәм башҡалар инә.


Административ һәм енәйәт ҡануниәтенең әле килтерелгән положениеларын анализлағандан һуң, шул күренә: әгәр бәлиғ булмаған кеше тарафынан хоҡуҡ боҙолоуы үҙенең характеры буйынса яуаплылыҡ 14 йәштән ҡаралған енәйәттең ҡатнаш составы сифаттарына эйә булһа, административ яуаплылыҡ ҡарала.


Ҡаралған өлкәлә административ хоҡуҡ боҙоуҙар ниндәй эҙемтәгә килтереүен билдәләү ҙә бик мөһим.


Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, административ хоҡуҡ боҙоуҙар субъекты булған бәлиғ булмаған кеше түбәндәге статьялар талабына ярашлы административ яуаплылыҡҡа тарттырыла:


- РФ КоАП-ының 5.38 статьяһы (РФ ҡануниәтенә ярашлы үткәрелгән йыйылыш, митинг, демонстрация, атлап үтеүҙәр, пикеттарҙы үткәреүгә һәм ойоштороуға ҡаршылыҡ итеү, йәки уларҙа ҡатнашыу, уларҙа ҡатнашыуға мәжбүр итеү);
- РФ КоАП-ының 20.1 статьяһы (ваҡ хулиганлыҡ);
- РФ Коап-ының 20.2 статьяһы (КоАП-ының 5.38 статьяһы (йыйылыш, митинг, демонстрация, атлап үтеүҙәр, пикеттарҙы үткәреүҙең билдәләнгән тәртибен боҙған өсөн);
- РФ КоАП-ының 20.2.2 статьяһы (йәмәғәт тәртибе боҙолоуға килтергән йәмәғәт урындарында күп кеше ҡатнашлығындағы һәм бер үк ваҡыттағы граждандарҙың хәрәкәте);
- РФ КоАп-ының 20.3.2 статьяһы (Рәсәй Федерацияһының территориаль бөтөнлөгөн боҙоуға йүнәлтелгән ғәмәлдәргә публика аша саҡырыу).


Шулай итеп, админис-тратив һәм енәйәт яуаплылығына тарттырыла алған йәшкә еткән үҫмерҙәргә шуны иҫтә тоторға кәрәк - күп кеше ҡатнашлығындағы законһыҙ акцияларҙа ҡатнашыу конкрет хәлдәргә бәйле административ хоҡуҡ боҙоу, шулай уҡ ҡаты язаға тарттырыла торған хоҡуҡ боҙоу булараҡ баһаланырға мөмкин. Ә закон буйынса билдәләнгән яуаплылыҡҡа тарттырыу үҫмерҙең артабанғы яҙмышына кире йоғонто яһауы бар.

Автор:Р. Әминев, район прокуроры ярҙамсыһы.
Читайте нас: